Кабаков Борис Дементьевич
Кабаков Борис Дементьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 17 август 1923 |
Тыуған урыны | Клевники[d], Пореченская волость[d], Великолукский район[d], СССР |
Вафат булған көнө | 11 май 1979 (55 йәш) |
Һөнәр төрө | стоматолог, ғалим |
Уҡыу йорто | С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Борис Дементьевич Кабаков (17 август 1923 йыл, Псков өлкәһе, СССР — 11 май 1979) — СССР стоматологы, медицина фәндәре докторы, СССР-ҙың медицина академияһы фәндәре ағза-корреспонденты РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, медицина хеҙмәте полковнигы. КПСС ағзаһы
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1923 йылдың 17 авгусында Псков өлкәһенең Кевники ауылында тыуған. 1946 йылда Хәрби-медицина академияһын алтын миҙал менән тамамлай[1]. Шунда уҡ кафедра яңаҡ-йөҙ хирургияһы һәм стоматология кафедраһында эшләй. Ординаторҙан алып кафедра начальнигына тиклем юл үтә (1969—1979 йылдар)[2][3].
Кабаков 180 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән биш монография, биш дәреслек һәм дүрт ҡулланма авторы[1]. Йөҙ һәм яңаҡ йәрәхәттәрен тергеҙеү мәсьәләләрен өйрәнеүҙә, пародонтозды һәм башҡа пролемаларҙы дауалағанда үҙ өлөшөн индерә. 1954—1960 йылдарҙа аҫҡы яңаҡ һөйәгендәге пуля яраһы һәм эренле яра дефекттарын һөйәк трансплантат менән алмаштырыу мөмкинлектәрен өйрәнеү буйынса ҙур эксперименталь эш башҡара[1]. Кабаков организм туҡымаһын пластик хирургияла ҡуллана. СССР Оборона министрлығы сиситемаһында уның етәкселеге аҫтында Хәрби-медицина академияһының яңаҡ-йөҙ хирургияһы кафедраһы стоматология һәм яңаҡ-йөҙ хирургияһы проблемалары буйынса фәнни-методик үҙәк була[3].
Кабаков 1951 йылда «Огнестрельные ранения и повреждения мягких тканей лица и их лечение по опыту Великой Отечественной войны» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын, 1961 йылда «Костная пластика нижней челюсти в свежей огнестрельной и гнойной ране» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Кабаков етәкселеге аҫтында11 докторлыҡ һәм 14 кандидатлыҡ диссертациялары әҙерләнә[2][3].
Кабаков 1968 йылдан 1979 йылға тиклем СССР Оборона министрлығының төп стоматологы, шулай уҡ Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй стоматологтарының ғилми йәмғиәте президиумдары ағзаһы, СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының "«Стоматология ауырыуҙары» проблемалы комиссияһы ағзаһы[1], Ленинград ҡалаһы һәм өлкәһенең стоматологтар ғилми йәмғиәте ағзаһы, Н.И. Пирогов исемендәге Хирургия йәмғиәтенең пластик хирургия секцияһы рәйесе, «Вестник хирургии имени И. И. Грекова» һәм «Стоматология» журналдары редколлегияһы ағзаһы булып тора. Ҙур медицина энциклопедияһының өсөнсө баҫмаһының «Стоматология» бүлеге мөхәррире була[2]
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- миҙалдар
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Опыт советской медицины в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг., т. 6, М., 1951 (авт. ряда глав)
- Костная пластика нижней челюсти в свежей огнестрельной и гнойной ране, дисс., Л., 1960
- Костная пластика нижней челюсти, Л., 1963
- Вопросы иммунологии пародонтоза, Л., 1972 (совм. с Бельчиковым Э. В.)
- Краткий курс военной стоматологии, Л., 1973 (совм. с др.)
- Клиническая оперативная челюстно-лицевая хирургия, под ред. М. В. Мухина, Л., 1974 (авт. ряда глав)
- Учебник военной челюстно-лицевой хирургии, Л., 1976 (ред.)
- Питание больных с травмой лица и челюстей и уход за ними, Л., 1977 (совм. с Руденко А. Т.).
- Переломы челюстей, М., 1981 (совм. с Малышевым В. А.).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Малышев В.А., Кабаков, Б. Д. Об авторах // Переломы челюстей. — 2-е, переработанное. — СпецЛит, 2005. — ISBN 5-299-00292-0.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Слепченко, М. А. КАБАКОВ Борис Дементьевич // Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1974—1989.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Кабаков Борис Дементьевич . История медицины. Дата обращения: 8 ноябрь 2019.
- 17 августа тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 11 майҙа вафат булғандар
- 1979 йылда вафат булғандар
- С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын тамалаусылар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- КПСС ағзалары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Медицина фәндәре докторҙары
- Псков өлкәһендә тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Рәсәй табиптары