Эстәлеккә күсергә

Кабальнов Юрий Степанович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Кабальнов Юрий Степанович (6 сентябрь 1948 йыл — 20 июль 2009 йыл) — электрон техника инженеры. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).

Юрий Степанович Кабальнов 1948 йылдың 6 сентябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа.

1971 йылда Өфө авиация институтын (хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлай һәм шунда уҡ эшкә ҡала. Ошо институтта инженер, аспирант, ассистент, өлкән уҡытыусы була, 1993 йылда техник фәндәр буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1997 йылда институттың информатика кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә, фәнни тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. 1995 йылдан техник кибернетика кафедраһы профессоры.

Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы динамик объекттарға идара итеүҙең оптималь һәм адаптив системаларын тикшереүгә арналған.

Кабальнов тарафынан реаль ваҡыт системаларында мәғлүмәтте синтаксик һәм семантик ҡыҫыу ысулдары; электрон (дистанцион) идара итеүҙең алгоритмик һәм дидактик нигеҙҙәре эшләнә. Ул күп бәйләнешле координацияланған идара итеү системалары өсөн уларҙың тотороҡлолоғон синтезлау һәм тикшереү моделдәрен һәм ысулдарын тәҡдим итә. Кабальнов тәҡдим иткән оптималь һәм адаптив идара итеү алгоритмдарының яңы кластары хәрби һәм ике төр буйһоноуҙағы осоу аппараттарында (Ан-70, МиГ-23 һәм башҡалар)[1](недоступная ссылка) ҡулланыла.

Юрий Кабальновтың уйлап табыуҙары Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһындағы башҡа төбәктәрҙең авиация, нефть эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларында ҡулланыуға индерелгән. Юрий Кабальнов — 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2] 2020 йыл 5 декабрь архивланған..

2009 йылдың 20 июлендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1997 — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

1997 — Навигация һәм хәрәкәткә идара итеү академияһының ғәмәли ағзаһы.

  • Оптимизация многомерных систем управления газотурбинных двигателей летательных аппаратов. М., 1989 (авторҙаш);
  • Управление динамическими системами в условиях неопределённости. М., 1998 (авторҙаш);
  • Проблемы проектирования и развития систем управления и контроля авиационных ГТД. М., 1999 (авторҙаш).

[3] 2020 йыл 5 декабрь архивланған. [4](недоступная ссылка)