Кабахи
Викидатала элемент тултырылмаған |
Кабахи - (груз. ყაბახი) - Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡыһы, боронғо атлы уйын.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кабахи оҙонлоғо 75-100 метр, ә киңлеге - 20-30 метр тәшкил яланда үткәрелә. Майҙан уртаһында бейеклеге 6 метр манара ҡуйыла, уға бейеклеге 30 см туҫтаҡ ултыртыла һәм эсенә бүләк һалына. Һыбайлылар атта сапҡан ыңғайы туҫтаҡҡа атып тейҙерергә тейеш.
Кабахи боронғо замандарҙан ҙур ҡыҙыҡһыныу менән үткәрелә. Боронғо Тбилиси ҡалаһында кабахи өсөн хатта махсус майҙан эшләнгән була [1]. тнашыусылар байрамса кейенгән, күңелле көйҙәр, йырҙар яңғырап торған. Грузияла был уйындарға тамашасылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә күпләп килә торған булған.
Кабахи, башҡа атлы уйындар кеүек үк, Грузияла тергеҙелә бара. Кабахи ҙа улар иҫәбендә һәм 2018 йылдың 31 авгусында Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге күсемһеҙ ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән[2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ საბავშვო ენციკლოპედია. ტომი VII, გვ.555 - თბილისი, „ნაკადული“, 1968.
- ↑ Список нематериальных объектов культурного наследия Грузии