Казрети монастыры
Казрети монастыры | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Казрети монастыры Викимилектә |
Казрети монастыры (грузин: მონასტერი კაზრეთის) Грузияла, Квемо Картли районында Казрети ҡалаһы менән йәнәш урынлашҡан грузин монастырь комплексы. 13 быуатта король Геогрий тарафынан төҙөлгән.
1956 йылда Казрети монастырь комплексында Грузияның мәҙәниәт һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм реставрациялау министрлығы таҙартыу һәм тергеҙеү эштәре үткәрә. Казрети иркәүе бөгөнгө көндә ғибәҙәттәр өсөн асылған, тергеҙелгән һәм эстән биҙәлгән. Болниси епархияһының күҙәтеүе аҫтында тора. 2006 йылда Грузияның милли әһәмиәттәге күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡылар исемлегенә индерелә[1]
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Казрети сиркәүе планында төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа һуҙылған оҙонса дүрткел форманан ғибәрәт. Фасады ағас ҡыҫандар, семәрҙәр, тәре һ.б. Ул бай биҙәлгән. Сиркәүҙең ике инеү урыны бар. Төп инеү урыны төньяҡ яҡта. Тағы бер үҙенсәлеге булып көнсығыш өлөштә күрше стенала ике ҡабырға колонна түгел, ә тик бер колонна ғына бар. Бинаның интерьеры баштағы ҡиәфәтен һаҡламаған. Собор фрескалар менән биҙәлгән, апостолдың фигуралары һаман да итибарҙы йәлеп итә. Шулай уҡ айырым изгеләрҙең фрескалар серияһы бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ",,კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ". სსიპ ”საქართველოს საკანონმდებლო მაცნე” (Gürcüce). Erişim tarihi: 2019-08-03.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]• Vahtang Dolidze, two architectural monuments of Kazreti Gorge, "Friend of the Monument, No. 20, pp. 4–18, 1970.