Калашникова йорто
Калашникова йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1881 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Пушкин[d] |
Архитектура стиле | неоклассицизм[d] |
Мираҫ статусы | выявленный объект культурного наследия России[d] |
Калашникова йорто Викимилектә |
Калашникова йорто (шулай уҡ «Төньяҡ ҡунаҡхана») — Пушкин ҡалаһында тарихи бина. 1881 йылда төҙөлгән. Асыҡланған мәҙәни мираҫ объекты (флигель менән бергә)[1][2]. Бәләкәй урам, йорт 29/11, Оранжерейный урамы мөйөшөндә урынлашҡан
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Участка төҙөлөшө тураһында беренсе мәғлүмәттәр 1820 йылдарға ҡарай, ул саҡта унда ике ағас бина, ҙурырағы урамдар мөйөшөндә була. Һуңыраҡ участканы тол сауҙагәр ҡатыны Калашникова Екатерина Федоровна һатып ала, ул урамдар мөйөшөндә ҡунаҡхана урынлаштырыу өсөн йорт төҙөтә. Төҙөлөштө архитектор А.П. Гоман алып бара. Ҡунаҡхана «Төньяҡ» тип атала. 1884 йылда ихатала күрше йортҡа терәлеп тигәндәй архитектор П.П. Дейнека тарафынан Г-образлы формала ике ҡатлы таш флигель төҙөлә (хәҙерге адресы Кесе урам, 31/9). Һуңыраҡ ике бинаны ла Пушкин ҡалаһы почтамты биләй, ул әле лә шунда урынлашҡан. Е.Ф. Калашникова Кесе урамда тағы ике йортто биләй (39 һәм 56 йорттар), улар XXI быуат башында һүтелә[3][4], ә һуңынан яңынан тергеҙелә: 39-сы йорт тышҡы яҡтан оҡшаған, ә 56-сы йорт (ҡунаҡхана) — тулыһынса яңы йорт.
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йорт ҙур булмаған тау битләүендә төҙөлгәнгә, урам яғынан ярымподвал төҙөлгән. Классицизм стилендә биҙәлгән йорт өсмөйөшлө фронтонға эйә, уның аҫтындағы кәрниз модульондар һәм веноктар рәүешендәге семәрле фриз менән. Тәҙрә уйымдарын бөҙрә таштар һәм сандриктар биҙәй. Бинаның өҫкө өлөшөн биҙәү Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тергеҙгәндә етди үҙгәреүҙәргә дусар була[3][4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Жилой дом (“Северная гостиница”) . КГИОП Санкт-Петербурга. Дата обращения: 7 июль 2018. 2018 йыл 7 июль архивланған.
- ↑ Приказ председателя КГИОП № 15 от 20.02.2001
- ↑ 3,0 3,1 Оранжерейная 9, 11. Дома Калашниковой (Северная гостиница) . Энциклопедия Царского Села. Дата обращения: 7 июль 2018. 2018 йыл 7 июль архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Дом Е. Ф. Калашниковой ("Северная гостиница") . citywalls.ru. Дата обращения: 7 июль 2018.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Семенова Г. В. Царское Село: знакомое и незнакомое. — М.: Центрполиграф, 2009. — С. 315—316. — 638 с. — ISBN 978-5-9524-4249-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оранжерейная 9, 11. Дома Калашниковой (Северная гостиница) . Энциклопедия Царского Села. Дата обращения: 7 июль 2018. 2018 йыл 7 июль архивланған.
- Дом Е. Ф. Калашниковой ("Северная гостиница") . citywalls.ru. Дата обращения: 7 июль 2018.