Камбуров йорто (Таганрог)
Иҫтәлекле урын | |
Камбуров йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Адрес | Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Греческая урамы, 102 |
Төҙөлөшө | ХIХ быуат аҙағы —ХIХ быуат аҙағы йылдар |
Статус | Регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. |
Камбуров йорто— Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында урынлашҡан бер ҡатлы йорт. Регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. Ҡарар № 301-се 18.11.92. Был йорттоң флигелендә диңгеҙ офицеры Петр Петрович Шмидт йәшәгән, ә йорттоң үҙендә — генерал Павел Карлович Ренненкампф.
Адресы: Таганрог ҡалаһы, Греческая урамы, 102.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таганрог ҡалаһының Греческая урамындағы ҙур булмаған бер ҡатлы кирбес йорт ҡаланың тоҡомдан килгән почётлы гражданы Павел Иванович Камбуров (1817—1885) аҡсаһына төҙөлгән. Йорт ихатаһында ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән бер ҡатлы флигель урынлашҡан.
Төҙөлөш тамамланғас, Павел Иванович Камбуров бында ғаиләһе менән бергә йәшәгән: тормош иптәше Мария Николаевна (1820—1880), улы Владимир (1843—1909) һәм ҡыҙҙары Мария (1850—1908), Ольга, Людмила һәм Аделаида.
1880 йылдар аҙағында йорт обер-офицер улы Василий Пашутинға һатыла.
20 быуат башында Пашутин үҙ йортон казак Тимофей Федорович Меркуловҡа һата. 1915 йылдан башлап йорт Илья Порфирович Силенко милке була. Октябрь революцияһынан һуң 1925 йылға тиклем йортҡа мещан Федор Алексеевич Товель хужа була.
Был йорттоң ихатаһындағы флигелдә 1890 йылдан 1893 йылға тиклем тормош иптәше һәм улы Евгений менән революция эшмәкәре, 1905 йылғы Севастополь күтәрелеше етәкселәренең береһе Петр Петрович Шмидт йәшәй.
1886 йылда Петр Петрович Шмидт Санкт-Петербургта диңгеҙ офицерҙар корпусын тамамлай, һынау нәтижәләре буйынса мичман дәрәжәһе бирелә һәм Балтик диңгеҙе флотына тәғәйенләнә. Өс йыл хеҙмәт иткәндән һуң, ул ауырыу сәбәпле отставкаға сыға һәм Петербург мещаны Доминика Гавриловна Павловаға өйләнә. 1889 йылдың декабрь айында улдары Евгений тыуа, шунан һуң ғаилә Таганрог ҡалаһына күсенеп китә. Унда А. Б. Нентцел үтенесе буйынса Петр Петрович Аҙау-Дон Коммерция банкына эшкә урынлаша, хисапсы ярҙамсыһы булып эшләй. 1890 йылдың 19 майында Таганрогтың Митрофаньевский сиркәүендә улы Евгенийҙы суҡындырыу йолаһы үткәрәләр. 1893 йылда П. П. Шмидт Таганрогты ҡалдыра һәм яңынан флотҡа хеҙмәт итергә китә.
Шул уҡ йортта 1918 йылда XIX быуат аҙағы — XX быуат башы Рәсәй хәрби эшмәкәре, урыҫ армияһының ҡытай походында ҡатнашыусыһы, урыҫ-япон һуғышы һәм Беренсе бөтә донъя һуғышы ҡатнашсыһы генерал Павел Карлович Ренненкампф йәшәй. Февраль революцияһынан һуң генерал ҡулға алына һәм Петропавловск нығытмаһына бикләнә. Ғәҙәттән тыш тикшереү комиссияһы суд тикшереүендә була, тикшереү нәтижәләре буйынса уға ҡаршы ғәйеп ташлау өсөн факттар йыйылмай.
Ренненкампфты Октябрь революцияһынан һуң большевиктар азат итә, унан һуң Таганрогҡа, ҡатынының тыуған яғына китә. Ул бында мещан Смоковников исеме аҫтында йәшәй. 1918 йылдың март айында ул таныла. Ревтрибунал уны, А. В. Самсонов армияһына хыянат иткәне өсөн, 1914 йылдың авгусында үлем язаһына хөкөм итә. 1918 йылдың 1 апрелендә атыла.
Хәҙерге ваҡытта был йортта Ростехагро ойошмаһы урынлашҡан. Был йорттоң фасадында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған, унда был йортта 1890—1893 йылдарҙа П. П. Шмидт йәшәүе тураһында белдереүсе мәғлүмәт яҙылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гаврюшина О. П. Боронғо Греческая буйлап… (Хроника обывательской жизни). — Таганрог : Лукоморье, 2003. — 514. с. — ISBN 5-901565-15-0.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таганрог Греческая урамы, 102 2014 йыл 25 март архивланған.