Каменская Валентина Георгиевна
Каменская Валентина Георгиевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 15 февраль 1947 (77 йәш) |
Каменская Валентина Георгиевна (15 февраль 1947 йыл, Ленинград) — ғалим-психофизиолог, Рәсәй мәғариф академияһының ағза-корреспонденты (2007).
Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1947 йылдың 15 февралендә Ленинград ҡалаһында тыуған.
1970 йылда А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университетын тамамлай.
1975 йылда — «Особенности функциональной организации слухового входа во фронтальные отделы коры мозга кошки» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1995 йылда «Время в процессе отражения и как фактор организации целенаправленных акустико-моторных реакций человека» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1970 йылдан Санкт-Петербург дәүләт университетында (элек А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университеты) биология-тупраҡ факультетының юғары нервы эшмәкәрлеге физиологияһы кафедраһында өлкән лаборант булып эшләй.
1992 йылдан алып 2013 йылға тиклем — А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетының Балалыҡ институтында психология һәм бала психофизиологияһы кафедраһы етәксеһе.
2014 йылдан — И. А. Бунин исемендәге Елецк дәүләт университетының психофизиология һәм педагогик психология кафедраһы профессоры.
2007 йылда — психология һәм йәш буйынса физиология бүлексәһенән Рәсәй мәғариф академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: үҫеш һәм когнитив эшмәкәрлек психофизиологияһы, интеллектуаль һәләт.
«Дифференциаль психология һәм психофизиология» фәнни-педагогик мәктәбенә нигеҙ һалаыусы.
2014 йылдан алып 2016 йыл буйынса — Санкт-Петербургтың Мәскәү районының 507-се мәктәбендә район кимәлендәге «Организационно-педагогическая модель индивидуального образовательного маршрута ученика в профильном обучении на основе сетевого взаимодействия» эксперименталь майҙансығының ғилми етәксеһе.
Конфликтология, психофизиология, индивидуаль айырмалылыҡтар психофизиологияһы курстарын уҡый.
Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Каменская В. Г. Социально-психологические основы управленческой деятельности. — М.: Academia, 2002, 2018.
- Каменская В. Г. Психология конфликта: мотивация и психологические защиты, М.: Юрайт. 2018
- Каменская В. Г., Томанов Л. В., Драганова О. А. Психодиагностика ребёнка. — М.: Форум, 2011, 2017.
Башҡа хеҙмәттәре |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- «Санкт-Петербургтың 300 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы.
- Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығының Почет грамоталары.
- Рәсәй Мәғариф академияһының Почет грамотаһы (2017) — психология өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары һәм хеҙмәттәре өсөн.
- Николай Геннадиевич Басов исемендәге өлкә премияһы лауреаты (2017).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Каменская Валентина Георгиевна. Российская академия образования . rusacademedu.ru. Дата обращения: 2021-4-4. 2021 йыл 1 октябрь архивланған.
- Кадровый состав кафедры психологии и психофизиологии . elsu.ru. Дата обращения: 2021-4-5.