Эстәлеккә күсергә

Камилла Лэкберг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Камилла Лэкберг
швед. Camilla Läckberg
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 30 август 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[3][4][5] (50 йәш)
Тыуған урыны Фьельбака[d], Танум[d], Гётеборг-Бохус[d], Швеция[6]
Хәләл ефете Martin Melin[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, романист, телетапшырыуҙар алып барыусы, иҡтисадсы
Уҡыу йорто Гётеборгский университет[d]
Жанр криминальный роман[d] һәм Балалар әҙәбиәте
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт camillalackberg.se
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 55 115
 Камилла Лэкберг Викимилектә

Камилла Лэкберг (швед. Camilla Läckberg, 30 август 1974 йыл) — швед яҙыусыһы. Уның «Боҙ принцесса», «Тәғлимәт таратыусы», «Көл тәме», «Тоҙ еҫе, ҡош тауыштары», «Тимер тәре», «Һыуһылыуҙың хаты», «Күренер-күренмәҫ маяҡ» һәм «Фәрештә тыуҙырыусы» романдары рус теленә тәржемә ителгән. Уның китаптары 30-ҙан артыҡ башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Уның әҫәрҙәре мотивы буйынса швед телесериалы төшөрөлгән.

Буласаҡ беллетрист 1974 йылдың 30 авгусында Швецияның ҙур булмаған Фьельбака тигән порт ҡалаһында 1974 йылдың 30 авгусында тыуған. Бик иртә әҙәбиәт менән мауыға башлай. Бала сағынан уҡ, әкиәттәр ижад итеп һәм уларҙы һөйләп, үҙен яҙыусы булараҡ һынап ҡарай. Гётеборг университетында иҡтисад һәм маркетингты өйрәнә һәм Стокгольмда бер нисә йыл дауамында был тармаҡта эшләй. Детективтар яҙырға өйрәткән курс тамамлағандан һуң, 2002 йылда баҫылған тәүге романы «Боҙ принцесса» баҫылған. Өс йылдан «Тәғлимәт таратыусы» донъя күрә. Шунан йәш яҙыусы Эрика Фальк һәм полицейский Патрик Хедстрём тураһында триллерҙар серияһы тыуа. Детективтарҙан тыш, Камилла Лэкберг күренекле ашнаҡсы Христиан Хелльберг менән авторҙашлыҡта ике аш-һыу китабы һәм «Супер-Чарли» балалар китаптар серияһын баҫтыра.

Фьельбака, диңгеҙ буйындағы Камилла Лэкберг тыуған бәләкәй ауыл. Яҙыусының романдарындағы ваҡиғалар ҙа бында тасуирлана

Үҙенең өс балаһы: тәүге никахынан — Вилле һәм Мейа, полицейский һәм телевидение алып барыусыһы Мартин Мелин (2014 йылда айырылғандар) менән икенсе никахынан — Чарли менән Стокгольмда йәшәй. Лэкберг уҡыусыларына, үҙенән айырмалы рәүештә, геройҙарының айырылышмаясаҡтарын вәғәҙәләй[7]. Яҙыусылыҡтан тыш, Лэкберг ювелир бизнесы һәм тауыш яҙҙырыу компанияһы милексеһе булып тора. 2012 йылда ул Рәсәй «Йондоҙҙар менән бейеү» шоуына оҡшаған Let’s Dance шоуында ҡатнаша, һәм унда дүртенсе урын биләй.

Тәнҡит һәм баһаламалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Яҙыусы Гётеборгта 2011 йылда үткән китап йәрминкәһендә

Камилла Лэкбергты «швед Агата Кристи»һы тип атайҙар[8]. 2014 йылға уның китаптары 55 илдең 35 теленә тәржемә ителгән һәм дөйөм тиражы12 миллион дана тәшкил иткән[9]. Лэкберг романдарында ғаилә тормошо һәм ғаилә серҙәрен: ваҡиғаны төрлө персонаждар күҙлегенән тикшереү (иң тәүҙә Эрика һәм уның ире Патрик ҡарашы) үткән тормош сәхнәләре менән берләшкән, һәм шул барлыҡҡа килгән трагедияның тамырҙарын күрһәтеү төп тема булып тора[10]. Яҙыусы үҙе таныуы буйынса, ул осраҡлы рәүештә, атаһының фажиғәле һәләк булған ҡатыны һәм балаһы булғанын ишетә һәм улар тураһында ғаиләлә бер кем дә иҫкә лә алмаған була. Шуға яҙыусы был проблема буйынса уйлана башлай[11]. Тәнҡитселәр авторҙың персонаж характерҙарын ентекле эшкәртеүен, көнкүреш деталдәренә иғтибарын билдәләй[12].

Библиографик белешмә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
рус исеме Баҫылыу йылы Оригинал
Ледяная принцесса (роман) 2003 The Ice Princess (novel) Isprinsessan
Проповедник (роман) 2004 Predikanten
Вкус пепла (роман) 2005 Stenhuggaren
Запах соли, крики птиц 2006 Olycksfågeln
Железный крест 2006 Tyskungen
Письмо от русалки 2007 Sjöjungfrun
Призрачный маяк 2009 Fyrvaktaren
Ангелотворец 2011 Änglamakerskan
Укротитель 2014 Lejontämjaren