Эстәлеккә күсергә

Кампус

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Трир университеты кампусы.
ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән Мехико милли автономиялы университетының Үҙәк кампусы.

Кампус (лат. campus «ялан, асыҡ киңлек») — университет (институт, студенттар) ҡаласығы.

Ҡайһы берҙә кампус тип эре компанияға ҡараған айырым территорияны атайҙар (фирма эсендәге инфраструктураны, мәҫәлән, корпоратив университет). Шулай уҡ кампус тип территориянан, коммуникацияларҙан, биналарҙан, юлдарҙан һәм юл япмаларынан, мөлкәтенән һәм кешеләрҙән торған ҡоролмалар комплексын атарға мөмкин.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуатта Принстон университеты территорияһын беренсе тапҡыр кампус тип атайҙар.

Университет кампустары, ҡағиҙә булараҡ, автономиялы, ҡайһы берҙә һайлап ҡуйылған хакимиәткә эйә. Римдә төҙөлөп бөтмәгән Champ de Mars яланының үҙәк өлөшө кампус тип атала.

Составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урман-парк йәки рекреация зонаһында урынлашҡан университет ҡаласығы түбәндәге функциональ элементтарҙы үҙ эсенә ала:

  • төп уҡыу институттары, юғары колледждар, факультеттар һәм уларҙың инфраструктураһы (шул иҫәптән уҡыу аудиторияһы) биналары;
  • ғилми-тикшеренеү институттары, лабораториялар һәм тикшеренеү үҙәктәре;
  • фәнни китапхана;
  • Фәнни-технологик парк структуралары: бизнес-инкубатор, НИОКР-ҙың коммерциялаштырыу офисы, инженер үҙәге;
  • дипломдан һуң белем биреү подразделениелары;
  • студенттар һәм уҡытыусылар өсөн торлаҡ биналар;
  • спорт-уҡыу комплексы, бассейн, стадион;
  • конгресс-үҙәк һәм концерт залы;
  • аш-һыу һәм башҡа йәмәғәт туҡланыу объекттары;
  • университет йәки тармаҡ музейы;

һ. б.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Абрамов О. К. Корпоративный университет как учреждение pos-пломного развития специалистов () // Инноватика-2015: сборник материалов IX Международной конференции: Томский государственный университет, 21 22 май 2015 г. / ред.: Солдатов А. Н., Миньков С. Л. ቝ Томск: Изд. дом Том. гос. ун-та, 2015.
  • Ланкин В. Е., Горелова Г. В., Сербин В. Д., Арутюнова Д. В., Татарова А. В., Баканов Г. Б., Макарова Е. Л.