Капитализм осоронда Башҡортостан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

1861 йылда крепостной хоҡуҡты бөтөрөү капиталистик үҫеш өсөн юл асты — сәнәғәт үҫеше көсәйә, етештереүҙең яңы тармаҡтары барлыҡҡа килә, тимер юлдар төҙөлә, ауыл хужалығы торған һайын тауарлыҡлыраҡ төҫ ала бара.

Реформа осоронда капитализм үҫеше Рәсәйҙең үҙәк губерналары менән генә сикләнмәй, теге йәки был дәрәжәлә уның сиктәрендә ятҡан бөтә колонияларҙы ла солғап алды. Әммә был ерҙәргә фәҡәт сеймал һәм аграр база роле генә бирелде — һәм уларҙың тәбиғи ресурстары аяуһыҙ рәүештә таланды.

Башҡортостанда металургия иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Металлургия Башҡортостан иҡтисадының төп тармағы булып ҡалды. XIX быуаттың 70-се йылдары ахырында уның үҫеше һиҙелерлек йәнләнә төштө. Был ваҡытта ҡайһы бер заводтар шаҡтай киңәйтелде һәм техник яҡтан камиллаштырылды: Белорет һәм Тирлән заводтарында прокат машиналары ҡуйылды; Белорет һәм Ҡағы заводтары сым эшләүҙе яйға һалды. Һамар-Златоуст тимер юлын һуҙыу заводтарға үҙ продукцияларын баҙарға илтеү юлын еңеләйтте.

80-се йылдар аҙағы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

80-се йылдар аҙағында тау-завод төҙөлөшөнөң яңы тулҡыны күтәрелә — Ләмәҙ, Егәҙе, Инйәр, саҡ ҡына һуңыраҡ Лапышты заводтары барлыҡҡа килә. Ләкин, элекке һымаҡ уҡ, ағас күмеренә һәм артта ҡалған техникаға нигеҙләнгән ваҡ заводтар төҙөлә. Улар шуға күрә Рәсәйҙең Донецк коксланыусы таш күмеренә, Кривой Рог мәғдәненә һәм өр-яңы техникаға нигеҙләнеп көс йыйған яңы металлургия заводтары менән ярыша алмай, әлбиттә, һөҙөмтәлә Башҡортостандың бөтә ҡара металлургия заводтары ла тиерлек йәшәүҙән туҡтай.

Баҡыр иретеү заводтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҡыр иретеү заводтарының эшен беренсе сиратта мәғдән сығанаҡтарының ярлыланыуы тотҡарлай. Элек мәғдән етешмәгәндә уны алыҫтан, хатта 150—200 саҡрым ерҙән ташығандар. Бының өсөн крәҫти-әндәрҙең арзан эш көсөн файҙаланғандар. Крепостной хоҡуҡты бөтөргәндән һуң, ирекле ялланма хеҙмәтте файҙаланыу шарттарында мәғдәнде бик йыраҡтан ташыу файҙаһыҙ була башлаған. Алтайҙа һәм Кавказда баҡыр иретеү заводтарының барлыҡҡа килеүе, шулай уҡ арзан сит ил баҡырын һатып алыу Башҡортостандың, шулай уҡ бөтә Уралдың баҡыр иретеү сәнәғәтенә төҙәтеп булмаҫ-лыҡ зыян килтерә. Бындағы баҡыр иретеү заводтары көрсөклөктә аяҡҡа баҫа алмайынса ябыла башлай йәки башҡа төр продукция етештереүгә күсә Башҡортостандың алтын сығарыу сэнәғәте үҫеүен дауам итә. Тиҫтәләрсә яңы приискылар барлыҡҡа килә. 1897 йылда алтын сығарыу йылына 300 ботҡа етә. Алтындың байтаҡ өлөшөн старателдәр бирә.

Башҡортостан ерҙәрен талау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Реформа осоронда Башҡортостанда ерҙәрҙе талау бик киң ҡолас ала. XIX быуаттың 60-сы йылдары аҙағында бында ер мөнәсәбәттәрен тәртипкә килтереү һылтауы менән башҡорттарҙың ерҙән файҙаланыу күләмен билдәләү, ә ғәмәлдә иһә яңы ерҙәр тартып алыу өсөн шарттар әҙерләү бурысын ҡуйған хөкүмәт экспедицияһы «эшләй», һөҙөмтәлә башҡорттарҙың ер фондынан ҡаҙна ҡарамағына күскән 1 млн дисәтинә самаһы ер тартып алына. Был ерҙәрҙе кеше ышанмаҫлыҡ түбән хаҡҡа һәр төрлө вазифалы кешеләргә һата башлағандар. Илдә «Калифорниялағы алтын биҙгәген хәтерләткән кем уҙарҙан ер алыу ғәләмәте башланды…» — тип яҙған 1876 йылда «Оренбургский листок» гәзите.

«Ҡомһоҙланып һәм ҡабаланып башҡорт ерҙәрен талауҙы» — тип билдәләй ул замандың күренекле публицисы Глеб Успенский, — ғәйәт киң майҙанда башҡорт ерҙәрен талаған саҡта йыртҡыстың билдәле һәм күренеп торған маҡсат тотҡанын иғтибарға алмағанда тулы күләмендә аңлау мөмкин дә түгел: ул кеше аяғы баҫмаған ерҙәрҙең шундай булып ҡалмаҫын, оҙаҡ ваҡыт та үтмәҫ, ергә мохтаж бихисап һандағы крәҫтиәндәрҙең уны ҡортомға һәм һатып алырға килерен белә. Ысынлап та, талаусылар ерҙе үҙҙәре һатып алғандан ун тапҡырға, йөҙ тапҡырға ҡый-батыраҡ һатҡандар һәм ошо алыш-бирештән ифрат ҙур табыш алғандар.

Талап алған ерҙәрҙе ҡайтанан һатыу мөмкинлеге бында Рәсәйҙең аҙ ерле губерналарынан крәҫтиәндәр-ҙең күпләп ағылыуын көсәйткән. 1870 йылдан 1912 йылға тиклем бер Өфө губернаһына ғына ла 238 мең кеше күсенеп килгән һәм унда 2,5 меңдән ашыу ауыл һәм утарға нигеҙ һалған, 2,5 млн га ер һөрөлгән, 2,3 млн га урман ҡырҡылған. Был осорҙа килмешәктәр башлыса аҙ үҙләштерелгән көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш төбәктәргә, шулай уҡ урман менән ҡапланған Өфө ялпы таулығына, Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүҙәренә ултыраҡланған.

Реформа осорондағы колониялаштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Реформа осорондағы колониялаштырыу баҙарға иҫәп тотҡан тауарлыҡлы иген хужалығын барлыҡҡа килтерә. Иген Рәсәйҙең үҙәк һәм төньяҡ-көнбайыш губерналарына ебәрелә, шулай уҡ сит илгә сығарыла. 1875 йылда Ағиҙел буйлап 4,7 млн бот иген ташылһа, 1900 йылда инде был һан 23 млн бот тәшкил итә. Игенде тимер юл менән сығарыу ҙа ныҡ артҡан.

Игендән башҡа Башҡортостандан баҙарға малсылыҡ продукттары ла оҙатылған. Әммә малсылыҡ аҡрын үҫкән, сөнки ерҙәрҙе күберәк һөргән һайын, сабынлыҡ һәм көтөүлек майҙандары кәмегән.

Баҙар өсөн ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә кулак хужалыҡтары төп роль уйнаған.

Тауарлыҡлы ауыл хужалығы үҫкән һайын, судно йөрөрлөк йылға буйҙарында һәм Һамар-Златоуст тимер юлы янында тирмәндәр, ярма һәм спирт заводтары, ҡалаларҙа күн заводтары төҙөлә башлай. Улар урындағы ихтыяжды ғына ҡәнәғәтләндереп ҡалмаған, бәлки башҡа төбәктәргә лә үҙ продукцияларын һатҡан. XX быуат башында ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү етештерелеүсе продукцияның ҡиммәте буйынса Башҡортостан сәнәғәтенең башҡа тармаҡтары араһында беренсе урынға сыға.

Башҡорт ерҙәрен талау иң ҡыҙған мәлдә Кострома, Вятка һәм Пермь губерналарының урман сәнә-ғәтселәре бик ҙур майҙандарҙы ҡулға эләктерә һәм ситкә сығарыу өсөн аяуһыҙ рәүештә урманды ҡырҡа башлай. Ағиҙел, Кама, һаҡмар буйлап өҙлөкһөҙ ағым булып ағас һалдар һуҙылған. Ағасты Царицында, Әстерханда, Ырымбурҙа, Ураль-скиҙа, Гурьевта һатҡандар, урман сәнәғәтселәре миллиондар менән кеҫәләрен ҡалынайтҡандар.

Күмер яндырыу заводтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Металлургия заводтары өсөн күмер яндырыу предприятиелары сафын йәнә ике тиҫтә ағас бысыу заводы, Яманйылғаның түбән ағымында «Белый Ключ» ҡағыҙ фабрикаһы, Төй йылғаһының үрендә Никольск урман химияһы заводы тулыландырған. Өфөлә фанер һәм шырпы фабрикалары эшләгән. Ағастан хужалыҡ һәм йорт кәрәк-яраҡтары эшләү, йүкә мунсала етештереү буйынса кустарь кәсеп киң таралған. Мәҫәлән, 1895 йылда Ағиҙел буйлап баҙарға, 1,1 млн бот мунсала оҙатылған.

Башҡортостанда тәбиғәтте тәләфләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ерҙе һөрөүҙә һәм урманды ҡырҡыуҙа сама белмәү Башҡортостандың тәбиғи йөҙөн бик ныҡ үҙгәрткән. Ошо күңелһеҙ ваҡиғаларҙың шаһиты Өфө землемеры Н. В. Ремезов үҙенең «Ҡырағай Башҡортостан тормошонан очерктар. Әкиәт илендә булған хәл» тигән китабында (1887 йыл) был күренешкә махсус бер бүлекте арнай һәм уны «Метаморфоза» тип исемләй. Унда Н. В. Ремезов, «Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары буйлап урмандарға 60-сы йылдар башына тиклем тейелмәгәйие әле Ә хәҙер был урындарға күҙ һалһаң танырлыҡ та түгел: кеше аяғы баү маған урмандар үҫкән ерҙә хәҙер ялан; һаҙлыҡ булған урында гу ғай; кеше йөрөмәгән төпкөлдә хәҙер биш саҡрым һайын — ауыл, утар, пристань. Элек айыуҙар ҡурҡыныс һалған һәм уларҙың үкереүе шрә яҡты һәр ваҡыт тетрәндергән урын дарҙа әле ҡуянды ла осратмаҫһың Бер һүҙ менән әйткәндә — донья тиҫкәреһе менән әйләнгән!» гнм яҙа

Экцпедициялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуаттың 70-се йылдарын дағы билдәле академик экспедицияларҙан һуң Башҡортостанды ойрә неүҙә урынлашҡан «тынлыҡ» XIX быуаттың урталарында йәнә боҙола, ул капиталистик мөнәсәбәттәрҙең урынлашыуы менән бәйле була Элекке осорҙа донъяны һәр яҡлан (тәбиғәт — хужалыҡ — көнкүреш һәм халыҡтың йола, ғөрәф-ғәҙәттәре — халыҡ йәшәгән урындар) өйрәнеү урынына хәҙер тәрәнерәк (бер йүнәлештәрәк) тикшереү осоро eтa Бигерәк тә геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар буйынса тикшереү әүҙемләшә. Урал тауҙарының кон сығыш һәм көнбайыш битләүҙәренең геологик төҙөлөшөн өйрәнеүгә ака демик А. П. Карпинский бик ҙур өлөш индерә. Геолог Ф. И. Каиды кин Башҡортостандың Урал буйы төбәктәрендә нефть булыу ихтимал лығын алдан әйтеп биргән.

Башҡортостанды өйрәнеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанды өйрәнеү урындағы ғалимдар — тыуған яҡ белгестәре лә ҙур өлөш индерә 1859 йылда Өфө рухани семина рияһы уҡытыусыһы Н. В. Черемшан ский «Ырымбур губернаһын хужа лыҡ, статистика, этнография һәм сәнәғәт йәһәтенән һүрәтләү» тигән китабын баҫып сығара. Китапта Башҡортостандың физик-географик шарттары, тарихы, иҡтисады һәм халҡы тураһында шаҡтай бай мәғлүмәттәр бирелә. 1907 йылда О. В. Миронованың Өфө губернаһы тураһында географик очеркы баҫылып сыға.

Губерна статистика комитеты ла тыуған яҡты өйрәнеү буйынса байтаҡ эш башҡара, ул «Өфө губернаһының иҫтәлекле кенәгәләрен» нәшер итә, унда урындың геологик төҙөлөшө, рельефы, климаты, туп-раҡ-үҫемлектәр япмаһы, халҡы, иҡтисад тармаҡтары, ҡалалары, һәм айырым предприятиелары тураһында статистик мәғлүмәттәр урынлаштырылған.

Революцияға тиклем Башҡортостанды һәр яҡлап фәнни өйрәнеү материалдары «Рәсәй. Ватаныбыҙҙы географик яҡтан тулы һүрәтләү» (V том, 1914 йыл) исемле күп томлыҡ баҫмала донъя күрә. Был эш Үҙәк статистика комитеты етәксеһе Урыҫ географик йәмғиәте рәйесе П. П. Семенов-Тян-Шанский етәкселегендә башҡарыла.