Караидель (гәзит)
Уҡыу көйләүҙәре
«Караидель» | |
Тип |
ижтимағи-сәйәси баҫма |
---|---|
«Караидель» («Ҡариҙел») — ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Ҡариҙел» редакция-нәшриәт комплексы дәүләт-унитар предприятиеһы.
Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм татар («Караидел хәбәрләре») телдәрендә сыға. 1933 йылдың авгусынан алып «Алға» исеме менән башҡорт (1934 йылдан татар телендә) һәм «Вперед» исеме менән урыҫ телдәрендә, 1956 йылдан — «Ленинец» («Ленинсы»), 1990 йылдан — «Караидель», 2006 йылдан башлап хәҙерге исемдәре менән урыҫ һәм татар телдәрендә сыға. 2003 йылдан алып айына 2 тапҡыр башҡорт телендә «Хазина» ҡушымтаһын сығара. 1962—1963 йылдарҙа нәшер ителмәй.