Кармаскалинская новь (гәзит)
«Кармаскалинская новь» | |
Тип |
ижтимағи-сәйәси гәзит |
---|---|
«Кармаскалинский новь» («Ҡырмыҫҡалы яңылығы») — ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Хеҙмәт даны» гәзите редакцияһы ҡаҙна предприятиеһы.
Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар («Үҙән») телдәрендә сыға. 1930 йылдың мартынан «Ҡырмыҫҡалы колхозсыһы» исеме менән башҡорт һәм «Колхозник» («Колхозсы») исеме менән урыҫ телдәрендә нәшер ителә; 1932 йылдан — татар телендә «Колхоз юлы» (1959 йылға тиклем), 1945 йылдан элекке исеме менән урыҫ телендә яңынан нәшер ителә башлай («Колхозный путь»); 1960 йылдан — «Трудовая слава» («Хеҙмәт даны») исеме менән урыҫ һәм татар телдәрендә, 1994 йылдан — «Хеҙмәт даны» исеме менән башҡорт телендә сыға; 2006 йылдан — башҡорт телендә «Даирә» (2007 йылдан үҙ аллы гәзит) исеме менән нәшер ителә, хәҙерге исеме менән урыҫ һәм татар телдәрендә (2007 йылдан алып) сыға. 1962—1963 йылдарҙа нәшер ителмәй.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- https://dayr.rbsmi.ru/ob-izdanii/ 2018 йыл 18 июль архивланған.