Карнейро де Мендонса Маркос
Маркос Карнейро де Мендонса | ||
Информация | ||
Тыуа | 25 декабрь 1894 Катагуазис[d], Минас-Жерайс[d], Бразилия | |
Вафат | 19 октябрь 1988 (93 йәш) Рио-де-Жанейро, Бразилия | |
Гражданлығы | ||
Буйы | 187 см | |
Карьера | ||
Клуб карьераһы* | ||
1910—1911 | Хаддок Лобо | |
1911—1914 | Америка (Рио-де-Жанейро) | |
1914—1928 | Флуминенсе | 127 (−164) |
Йыйылма командаһы** | ||
1914—1922 | Бразилия | 16 (−12) |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Көньяҡ Америка чемпионаттары | ||
Бронза | Аргентина 1916 | |
Алтын | Бразилия 1919 | |
Алтын | Бразилия 1922 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||
Маркос Карнейро де Мендонса (порт. Mendonça Marcos de Carneiro; 25 декабрь 1894 йыл, Катагуазис, Минас-Жерайс штаты — 19 октябрь 1988 йыл, Рио-де-Жанейро) — Бразилия футболсыһы, ҡапҡасы.
Карьераһын Рио-де-Жанейро клубтарында үткәрә. 1910 йылда «Хаддок Лобо» командаһында уйнай башлай, киләһе йылына «Америка» клубына күсә. Унда өс йыл уйнай һәм шул осорҙа 1913 йылда Кариока Лигаһы еңеүсеһе була. 1914 йылда «Флуминенсеға» күсенә, унда карьераһын тамалғанға тиклем уйнай. Рио чемпионатында өс йыл рәттән чемпион титулын яулай. «Флу» өсөн 127 матч уҙғара, ҡапҡаһына 164 гол үткәрә.
1914 йылдан Бразилия йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай башлай, уның тарихында беренсе ҡапҡасы була. 1914 йылдың 21 июлендә ҡапҡаны Көньяҡ Америка буйлап турнела йөрөгән «Эксетер Сити» инглиз клубынан һаҡлай. Был йыйылма команда тарихында беренсе уйын була, бразилиялылар 2:0 иҫәбе менән еңә; шул уҡ йылдың 20 авгусында аргентиналар менән уйнай. Дәғүәселәр 3:0 иҫәбенә еңелә. Был ике бөйөк команданың бер-береһенә ҡаршы тороу тарихының тәүге уйыны була. Шул уҡ йылдың 27 сентябрендә команда тарихында уға беренсе титул килтергән матчта — Рок кубогында уйнай (Бразилия -Аргентинаның бер матчлы турниры; иҫәп 1:0). Көньяҡ Американың өс чемпионатында Бразилия йыйылма командаһы өсөн уйнай. 1916 йылда уҙған беренсе чемпионатта дүрт команда ҡатнаша, уның командаһы өсөнсө була, футболсы үҙе өс матчтың береһендә уйнай, ике уйында ҡапҡаны Каземиро до Амарал һаҡлай. 1919 йылдағы Көньяҡ Америка чемпионаты бразилиялылар өсөн уңышлы була, унда Некоменән Фриденрайх яҡшы уйын күрһәтә, ә Маркос Карнейро де Мендонса дүрт уйында ла ҡапҡа һаҡлай. 1921 йылғы КА чемпионатында бер уйында ла ҡатнашмай, бары тик Жулио Кунцтың дублеры була. 1922 йылда, үҙе өсөн һуңғы уйында биш уйындың өсөһөндә ҡатнаша (өс матчта ҡапҡала Кунц тора) һәм икенсе тапҡыр континент чемпионы титулын яулай. Барлығы йыйылма команда өсөн 16 матч уҙғара һәм 12 ҡапҡаһына 12 туп үткәрә.
Карьераһы тамамланғас тарихсы булып китә. 1941—1943 йылдарҙа — «Флуминенсе» клубы президенты. 1988 йылда Риола вафат була.
Ҡыҙы Барбара Элиодора (1923—2015[1]) — театр тәнҡитсеһе, Шекспир буйынса белгес, «O Globo» гәзитендә колонкалар алып бара.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рио-де-Жанейро штаты чемпионы: 1913, 1917, 1918, 1919
- Көньяҡ Америка чемпионы: 1919, 1922
- Рок Кубогы эйәһе: 1914
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Morre a crítica teatral Barbara Heliodora, aos 91 anos (порт.). O Globo. Дата обращения: 9 апрель 2020.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль на сайте sambafoot.com (англ.)
- Статья в globoesporte 2009 йыл 12 июнь архивланған. (порт.)