Каролина-инн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каролина-инн
ингл. The Carolina Inn
Каролина инн ҡунаҡханаһы
Нигеҙләү датаһы 1924
Рәсем
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары[1]
Административ-территориаль берәмек Чапел-Хилл[d][1]
Архитектор Arthur Nash[d]
Мираҫ статусы место из Национального реестра исторических мест США[d]
Рейтинг гостиницы 4*[d][2]
Карта
 Каролина-инн Викимилектә

Каролина-инн (ингл. The Carolina Inn) ― АҠШ-тың Төньяҡ Каролина штатындағы Ориндж округы Чапел-Хиллдағы Төньяҡ Каролина университеты территорияһындағы кампусында урынлашҡан ҡунаҡхана. 1924 йылда асылған. АҠШ-тың тарихи урындары милли реестрына инә. Тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау Милли фондының рәсми дәүләт программаһына[3]ҡараған Америка тарихи ҡунаҡханалары берләшмәһе ҡатнашыусыһы  булып тора.

Ҡунаҡхананың тәүге бинаһы ҡалаға уның исеме бирелгән Чапел-Хилл часовняһы торған урында  1923  һәм 1924 йылдар араһында төҙөлгән [4].  1939-1940, 1969-1970 һәм 1995 йылдарҙа бинаға бер нисә төкәтмә өҫтәп төҙөлгән. Ҡунаҡхананың һәр секцияһы  ҡыҙыл кирбестән һалынған ике ҡаттан тора. Бинаны вальма ҡыйыҡ тамалай, унан түбәнерәк ҡыйыҡ аҫтында эшләнгән бүлмә - мансарда тәҙрәләре урынлашҡан. Ҡунаҡхананың алғы фасадында алты бейек ағас филенчатый бағанаға таянған ике ҡатлы веранда, ә төҙөлмә үҙәге   өҫтөндә көмбәҙ күтәрелә. XIX б. һуңында ― XX б. АҠШ-та һәм Канадала бик популяр булған, ҡайһы бер элементтары классик Яңырыу, йәки неоклассицизм стилдәренә характерлы икәне күренһә лә, колониаль Яңырыу стилендә төҙөлгән. Ҡунаҡхана төҙөүҙе Джон Спрант Хилл ― Төньяҡ Каролина университетын тамамлаусы, банкир, юрист һәм филантроп финанслаған. Шулай уҡ 1935 йылда бинаны университет  милегенә  биргән[5].

1993 йылдан 2007 йылға тиклем АҠШ-тың иң эре ҡунаҡхана компанияларының береһе DoubleTree идаралығы аҫтында булған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  2. Skyscanner (ингл.) — 2001.
  3. «The Carolina Inn, a Historic Hotels of America member» (Historic Hotels of America). Проверено January 28, 2014.
  4. Visitor's Guide 2016 йыл 31 июль архивланған., UNC Chapel Hill, 2013, accessed 11 Feb 2015.
  5. Kenneth Joel Zogry. Carolina Inn (pdf). National Register of Historic Places - Nomination and Inventory. North Carolina State Historic Preservation Office (февраль 1999). Дата обращения: 1 февраль 2015. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]