Эстәлеккә күсергә

Каруанһарай (Минск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каруанһарай
Нигеҙләү датаһы 1569
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Архитектура стиле Классицизм
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Страница на сайте Глобус Беларуси globus.tut.by/minsk/inde…
Карта
 Каруанһарай Викимилектә

Каруанһарай — Минскта XVIII—XX быуат башындағы тарихи комплекс бинаһы, архитектура һәйкәле (712Г000234 номерлы). Адресы: Азатлыҡ майҙаны, 2-10 йорттар .

Каруанһарай Минск ҡалаһында төп баҙар майҙанында XVI быуат уртаһында формалаша башлай (XVI быуат таш төҙөлөш ҡалдыҡтары хәҙерге ихата территорияһында археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында табылған). Һаҡланып ҡалған ҡоролмаларҙың иң тәүгеләре XVIII быуатҡа ҡарай. 1798—1801 йылдарҙа губерна архитекторы Фёдор Крамер булған биналарға ҙур төньяҡ-көнсығыш корпус төкәтеп төҙөй һәм башҡа биналарҙы классицизм стилендә реконструкциялай. XIX быуаттың беренсе яртыһында биналарға өс яҡтан сауҙа галереяһы төкәтеп эшләнә. Бинаның аҫҡы ҡатында магазиндар урынлаша, өҫкө ҡаттар торлаҡ булып хеҙмәт итә. 1909 йылда комплекстың көньяҡ-көнбайыш өлөшө яңынан төҙөлә, өсөнсө ҡат өҫтәп төҙөлә һәм модерн стилендә яңы фасад эшләнә. XX быуат башында унда Аҙау-Дон банкы бүлексәһе, сауҙагәрҙәр клубы урынлашҡан. 1920 йылдан һуң бинала төрлө учреждениелар урынлашҡан. 1923—1933 йылдарҙа эшсе һәм крәҫтиәндәр депутаттары советтарының Минск башҡарма комитеты шунда урынлаша, ә 1930-сы йылдарҙа — Крәҫтиәндәр Йорто. 1920-се йылдарҙа сауҙа галереяһы һүтелә. 1930-сы йылдарҙа көнсығыш фасады яңынан төҙөлә (әлеге ваҡытта XX быуат башындағы торошо тергеҙелгән)[1][2].

Комплексты ике-өс ҡатлы биналар тәшкил итә, уның композицияһы планда йомоҡ, ике эске ихатаһы бар. Төп көньяҡ-көнбайыш фасадты 4-се номерлы, планда Г рәүешле, өс ҡатлы бина барлыҡҡа килтерә. Ул модерн стилендә биҙәлгән, уның үҙәгендә киль рәүешле фронтон. Фасадты тура мөйөшлө тәҙрә уйымдары араһындағы стенала вертикаль яҫы тар сығынты айырып тора. Ул үҫемлек орнаменты менән биҙәлгән. Төньяҡ-көнсығыш фасад классик стилдә биҙәлгән[1][2].


  1. 1,0 1,1 Гасціны двор (белор.). Минская Спадчина. Дата обращения: 14 февраль 2019.
  2. 2,0 2,1 С. В. Марцелеў (гал. рэд). Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Мінск. — Мінск: Беларуская савецкая энцыклапедыя, 1988. — С. 186—187. — 333 с. — (Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі). — 8000 экз. — ISBN 5-85700-006-8.