Категория буйынса фекерләшеү:Дин тарихи дәүләттәр буйынса
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡатнашыусы:Guram52, башҡортса «Тарихи дәүләттәр буйынса дин» булмаймы? Ваҡыт үткәс берәйһе табып руссанан калька тип ғәйепләр.--ZUFAr (әңгәмә) 09:59, 3 октябрь 2018 (UTC)
- ZUFAr, был калька түгел, теүәл тәржемә, мин махсус рәүештә Дин тигән категорияларҙа Дин һүҙен алға сығарып эшләнем. Кеше дингә бәйле категория эҙләй башлаһа, шунда уҡ ҡына табыуы еңелләшә. Был категорияларҙа төп урында ДИН тора бит, смысловая нагрузка шул һүҙгә. Мәҡәлә эсендә булһа калька тиергә булыр ине --Guram52 (әңгәмә) 20:45, 3 октябрь 2018 (UTC)
- Дөрөҫ уйламайһығыҙ. Эҙләү системаһы беренсе һүҙ буйынса ғына эҙләмәй, хатта такстағы һүҙҙе лә таба ала. Башта категория һүҙен яҙып, беренсе һүҙ буйынса эҙләүсе бармы икән, мин белмәйем. Бында ҡулланылған технологиялар тел нормаларын һаҡларға мөмкинлек бирә. Категорияларҙы улай тәржемә итһәк Категория:Алфавит буйынса категориялар ғына йөҙ меңдән артыҡ! --ZUFAr (әңгәмә) 02:54, 4 октябрь 2018 (UTC)
- Һәр хәлдә был калька түгел, ә теүәл тәржемә. Мин үҙем ҡальҡаларҙы яратмайым. Бында төп һүҙ, баҫым менән әйтелә торған һүҙ - ДИН. Уны аҙаҡҡа ҡуйһаң, баҫым дәүләттәр тигәнгә төшә. --Guram52 (әңгәмә) 04:36, 4 октябрь 2018 (UTC)
- Калька булмаһа ла тел нормалары боҙолған, башҡорттар улай һөйләшмәй. --ZUFAr (әңгәмә) 04:47, 4 октябрь 2018 (UTC)
- Был бит баш! Уның үҙ талаптары, үҙ мәғәнәһе, ябай текст, ябай һөйләш кеүек кеүек түгел. Логик баҫымға ҡарап тәржемә ителә. Мәҫәлән, Башҡортостан тарихи китаптарҙа, Башҡортостан йырҙарҙа. "Тарих һөйләй ҡәбер таштары..." (Башҡортостан гәзитенән) Һинең логика буйынса, был да дөрөҫ түгел, һин Ҡәбер таштары тарих һөйләй тип тәржемә итер, төҙәтер инең. Әгәр мин сифатһыҙ тәржемә итһәм, миңә тиҫтәләрсә классик әҫәрҙе тәржемәгә бирмәҫтәр ине. --Guram52 (әңгәмә) 05:36, 4 октябрь 2018 (UTC)
- Әзербайжандар Tarixi dövlətlərə görə din тип яҙа.--ZUFAr (әңгәмә) 08:18, 4 октябрь 2018 (UTC)
- Әзери тәржемәсенең үҙ логикаһы, уларҙың үҙ стиле. Беҙ уларҙан һүҙҙәр, төшөнсәләр ала алабыҙ, ә һөйләмдәрҙе улар үҙҙәренсә ҡора--Guram52 (әңгәмә) 09:12, 4 октябрь 2018 (UTC)
- Барыбер башҡортса түгел был. Грамматика ҡағиҙәләренә тап килмәй. "Тарих һөйләй ҡәбер таштары" - шиғри һөйләм, шиғырға инверсия килешә ул, ә викиҙа шиғрилыҡ, инверсия-фәләндәр бөтөнләй урынһыҙ. Был категория "Дин тарихи дәүләттәр буйынса" тип торған хәлдә лә, уның шиғырҙаға хас инверсия менән уртаҡлығы юҡ, бында, үҙегеҙ әйтмешләй, мәғәнәүи баҫым төшкән һүҙ тип ҡарарға кәрәк. Тик бында һүҙҙәр араһында грамматик бәйләнеш юҡ кеүек, шунлыҡтан ҡолаҡҡа ятмай. Гәзиттә эшләгәндә закондарҙы руссанан һүҙмә-һүҙ тәржемә итә торғайныҡ бит инде, оҙон-оҙон һөйләмдәрҙең башҡортсаһын хатта аңлап булмай китә ине. Шунда көлөшә торғайныҡ: ярай, аңламаһалар, руссаһын уҡырҙар ҙа аңларҙар әле тип. Шуның шикелле бында ла. Тик категорияны руссаһы менән сағыштырып ултырып ҡына булмай. "Дин - тарихи дәүләттәр буйынса" тип һыҙыҡ ҡуйылһа, кәртәһенә керә, шунһыҙ фекерҙе тотоп алыу ауыр. Йә Тарихи дәүләттәр буйынса дин, йә Тарихи дәүләттәрҙә дин, йә һис юғында Дин - тарихи дәүләттәрҙә тип кенә алып булмаймы ни? Буйынсаһы мотлаҡ кәрәкме ул? Alfiya55 (әңгәмә) 09:52, 4 октябрь 2018 (UTC)
- Alfiya55, ZUFAr! "Тарих һөйләй ҡәбер таштары" тигән һөйләмде мин викиҙа шиғри инверсия була тип әйтер өсөн түгел, телебеҙҙә немец телендәге кеүек бәйләп ҡуйылған урыны юҡ икәнен күрһәтер өсөн генә алдым. Бик күп редакторҙар шундай һөйләмдәрҙе төҙәтеп сыға. "Дин - тарихи дәүләттәрҙә" тигән вариант менән килешәм, үҙем дә шул вариантты уйлап ҡуйғайным, тик Зөфәр тире менән килешмәҫ,сөнки руссаһында тире юҡ тип әйтер тип туҡтаным. Бынан һуң категорияларҙы үҙегеҙ генә эшләгеҙ, минең яҙғанға һәр саҡ бәйләнеп тик ултыраһығыҙ икәүләп. Әйткәндәй, "Башҡортостан тарихи китаптарҙа" - шул уҡ аналог, тиреһыҙ ҙа бик аңлашыла һәм дөрөҫ! Беҙҙә хәҙер һәр пауза һайын өтөр ҙә тире ҡуйыу модаға инеп китте. Мин дә гәзиттә эшләгән кеше бит әле, тәржемәлә эшләнем. --Guram52 (әңгәмә) 12:37, 4 октябрь 2018 (UTC)
- Guram52, әллә күпме бына тигән категория яһанығыҙ, бәйләнге килһә лә йөйөн табып булмай ине бит))! Быныһы уңышһыҙыраҡ булғас ни хәл итәйек һуң? Категорияларҙа тире-фәлән ҡуйырға ярамаймы ул әллә? Ярамай тигән ҡағиҙә булһа, белмәйем инде, буйынсаны алып ташлап, дәүләттәрҙә тип кенә ҡалдырмаһағыҙ. Alfiya55 (әңгәмә) 13:21, 4 октябрь 2018 (UTC)