Эстәлеккә күсергә

Категория буйынса фекерләшеү:Шиғыйлыҡ

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

ZUFAr, һәр хәлдә "шиғИсылыҡ" түгел, бик"-сылыҡ"ты теләһәң, һис юғы "шиғыйсылыҡ". Татарҙан күсерәһең дә, бәхәс асып тик тораһың. Улай булғас, христиансылыҡ тип тә ал инде., йә "мосолмансылыҡ" тип. --Guram52 (әңгәмә) 19:00, 21 апрель 2023 (UTC)[яуап бирергә]

Guram52 юҡ, татарсаны асып та ҡараманым. Русско-башкирский словарь (под редакцией З.Г.Ураксина, 2005)

ШИИЗМ — шиғисылыҡ. --ZUFAr (әңгәмә) 19:02, 21 апрель 2023 (UTC)[яуап бирергә]

Ул ваҡыттағы һүҙлектәр тейешенсә эшләнмәгән, атеизм ваҡытындағы, төплө өйрәнмәй эшләнгән һүҙлектәр. Тимәк, улар татарҙан күсергән дә ҡуйған. Ураҡсин һүҙлектәре менән административ-территориаль закондарҙы ҡабул иткәндә баш ҡата торғайны. Уларҙы бит ул үҙе эшләп ултырмаған, нисек эшләнгәнде лә күрергә тура килде--Guram52 (әңгәмә) 19:06, 21 апрель 2023 (UTC)[яуап бирергә]
ZUFArБына "Башҡортса дини һүҙлек"тән өҙөк, 2017 йылда сыҡҡан, авторы Уразбаева З.Ғ. (56-сы бит): Шиғыйҙар мәһҙи йөҙөндә “йәшерен имамдың” ҡайтыуын таныйҙар. Әгәр сөнниҙәрҙә мәһҙи — билдәһеҙ зат, “киләсәк идеалын ми­фологик биҙәү” булһа, ә шиғыйҙарҙа мәһҙи — Ғәли ырыуынан сыҡҡан көтөлгән, гонаһһыҙ имам,[1]. Шиғисылар ҙа, сөнниселәр ҙә түгел
Ошо категорияның тарихын ҡараһаҡ, 2023 йылдың 14 февралендә Guram52 Шиғисылыҡ категорияһын булдырған, шуға ярашлы төҙәттем. Ярай, кире ҡайтарам. Тик буталышоы булмаһын.--ZUFAr (әңгәмә) 05:15, 22 апрель 2023 (UTC)[яуап бирергә]
ZUFAr , "Шиғыйлыҡ" тора бит башта, "18:38, 14 февраль 2023‎ Guram52 әңг. өл.‎ 72 байт +72‎ Guram52 Категория:Шиғисылыҡ битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Категория:Шиғыйлыҡ", тип төҙәткәнмен. Һин үҙең буталсыҡ индереп ултыраһың. Категорияны мин булдырмағанмын, мин булғанын төҙәткәнем генә. Булдырҙы тигән һүҙ юҡ. --Guram52 (әңгәмә) 05:39, 22 апрель 2023 (UTC)[яуап бирергә]
ZUFAr, дин темаһына иң күп яҙған кеше - мин, хәҙер һин мине бутайһың. 90-сы йылдарҙан, гәзиттә эшләгән йылдарҙан уҡ мин дини терминология менән эшләйем, аҙаҡ дин эштәре менән шөғөлләнгән комитетта ошо йүнәлештәге эшкә яуаплы булараҡ та, тәржемәләре менән шөғөлләндем, республикала шул мәлдә ныҡ көслө үҙгәрештәр барҙы. Шуға күрә даими ошо тема эсендәмен, зинһар, буталдырма--Guram52 (әңгәмә) 05:58, 22 апрель 2023 (UTC)[яуап бирергә]
ZUFArВикидатала күренеүенсә, "Шиғисылыҡ" категорияһын бот булдырған: 03:34, 5 май 2014‎ AkkakkBot әңг. өл.‎ 7112 байт +85‎ ‎Элемент изменён: - set ba label to Категория:Шиғисылыҡ - set diq label to Kategori:Şia (task 5) [2], мин шуны төҙәткәнмен--Guram52 (әңгәмә) 06:25, 22 апрель 2023 (UTC)[яуап бирергә]
  • Был «мөмкинлек» менән «мөмкинСЕлек» буйынса фекер алышыуға оҡшаш һымаҡ. Alfiya55 ниндәй фекерҙә икән, энциклопедияла ШИҒИСЫЛЫҠ тип алынған. Академик һүҙлектә ШИҒИСЫЛЫҠ, ШИҒИСЫЛАР. Бер диссертацияла ШИҒЫЙҘАР, икенсеһендә ШИҒИСЫЛАР, ШИҒИСЫЛЫҠ. 9-сы класс "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" (2017) китабында «ШИҒЫЙҘАР». Шуныһы ҡыҙыҡ, берлек һанында ШИҒИСЫ варианты осраманы, бер нисә фәнни китапта ШИҒЫЙ (мәҫәлән, «Русско-башкирский словарь общественно-политических терминов», Әсфәндиәров). --Ryanag (әңгәмә) 08:41, 22 апрель 2023 (UTC)[яуап бирергә]
    Ryanag, Дин өлкәһендә үҙгәрештәр һуңғы йылдарҙа бик күп, урыҫса терминологияла ла, Викидаталағы тарихҡа ҡарағанда, был категория туҡтауһыҙ үҙгәреп тора. Энциклопедияла ла, Академик һүҙлектәрҙә лә башҡортсаға калька тәржемәләр яһап, теманың төбөнә төшмәй, терминдар эшләгәндәр. Әммә эҙләнеүҙәр, өйрәнеүҙәр бара, һәм шуға күрә 2017 йылда Ураҙбаева "Дини һүҙлек" эшләгән. Ярай, "-сылыҡ" тип алынды ти, мин башлыса "ШИҒИ" тигән вариант менән риза түгелмен, яңы һүҙлек "Шиғый" тип биргән, һәм был башҡорт теле нормаларына яуап бирә. Фекер алышыуҙағы иң беренсе һөйләм шунан башлана, һүҙ ялғау тураһында түгел, ғөмүмән, термин тураһында Guram52 (әңгәмә) 08:47, 22 апрель 2023 (UTC)[яуап бирергә]
Ryanag, ялғауға килгәндә, беҙ МосолманСЫлыҡ, ХристанСЫлыҡ тип яҙмайбыҙ бит, бында ла аналогия булырға тейештер--Guram52 (әңгәмә) 09:11, 22 апрель 2023 (UTC)[яуап бирергә]