Эстәлеккә күсергә

Катерина Николаевна Виноградская

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Катерина Николаевна Виноградская
Тыуған көнө 1905

Виноградская Катерина Николаевна (1905 йылдың 1 (11) ноябре, Орёл ҡалаһы — 1973 йылдың 10 майы, Мәскәү ҡалаһы) — рус совет кинодраматургы, журналисы, йәмәғәтсеһе.

Виноградская Катерина Николаевна ябай крәҫтиән ғаиләһенән.

Виноградская Катерина Николаевна 1922 йылдан, ҡайһы бер башҡа сығанаҡтарҙан билдәле булғанса, 1926 йылдан, әҙәби эшмәкәрлек менән шөғәлләнә башлай.

Кинолағы тәүге эше — «Обломок империи» (1929) фильмы сценарийы. Был әҫәрҙә ижадсы Октябрь революцияһы еңгәндән һуң Рәсәйҙә булып үткән үҙгәрештәрҙе Беренсе бөтөн донъя һуғышында контузия арҡаһында хәтерен юғалтҡан һәм һуңынан, 1920-се йылдарҙа, аяҡҡа баҫҡан кешенең ҡабул итеүе аша һүрәтләгән.

Яҙыусының иң ҙур эше — «Член правительства» (1940) фильмының сценарийы. Был фильм совет осоронда колхоз рәйесе һәм Юғары Совет депутаты булып үрләгән элекке крәҫтиән ҡатын-ҡыҙының сағыу яҙмышына бағышланған.

1956 йылдан Бөтә Союз Дәүләт кинематография институтында ВГИК буласаҡ артистарҙың уҡытыусыһы булып эшләгән.

Сценарийҙары буйынса кинофильмдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Партийный билет» (тәүге атамаһы «Анна», 1936),
  • «Путь славы» (1949),
  • «Навстречу жизни» (1952) һ. б.
  • «Знак Почета» ордены
  • миҙал
  • Анна, М., 1935; Член правительства, «Искусство кино», 1939, № 10;
  • О творческой технике, в сб.: Вопросы кинодраматургии, в. 3, М., 1959.
  • Большая советская энциклопедия, БСЭ. 2012
  • Бартенева Екатерина Григорьевна slovar.wikireading.ru›2369222