Квартал Луи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Квартал Луи
Нигеҙләнгән

2014

Нигеҙләүсе

Мария Львова-Белова

Уранлашыуы

Пенза Рәсәй Рәсәй

Тармаҡ

Реабилитология

Әйләнеш

3,5 млн һум (2014 йыл)

Материнская компания

«Благовест» хәйриә фонды

Сайт

kvartal-lui.ru

«Квартал Луи» — ҡараусыһы менән бергә йәшәү моделе буйынса төҙөлгән Пензалағы реабилитация үҙәге. Үҙәктең базаһында ата-әсәйһеҙ ҡалған йәш инвалидтарҙы, үҙ-аллы ҙур тормошҡа әҙерләйҙәр. Джаз музыканты Луи Армстронгҡа бағышлап аталған. Өлөшләтә сығымдарҙы коммунала йәшәүселәр үҙ өҫтөнә ала.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙәк 2014 йылдың 1 ноябрендә Пензаның Берёзовский тыҡрығында асыла. Уға нигеҙ һалыусы «Благовест» региональ йәмәғәтсел ойошмаһы була. «Минута славы» шоуында еңеүсе Даниил Анастасьин һәм «Мы вместе» инвалидтар ойошмаһы президенты Санкт-Петербуртан йәмәғәт эшмәкәре Юрий Кузнецов проекттың ойоштороусылары булалар. Рәсәй хеҙмәт министрлығы үҙәккә махсус техника алыу өсөн 400 мең һум аҡса бүлә[1].

Үҙәк Пенза һәм Нижнелома митрополиты Серафим фатихаһы менән изгеләштерелә.

Үҙәктең беренсе йәшәүселәр Нижнеломовский интернатының һәм Сердобский ветерандар өйөнөң 4 сығарылыусылары була.

Ошо уҡ йылдың декабрендә Социальных технологиялар теплицаһы юрауы буйынса үҙәк йылдың иң яҡшы социаль проекты тип табыла, Рәсәйҙә гражданлыҡ активизм ҡарашын үҙгәртеү буйынса[2].

Үҙәктең эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙәккә легендар джаз музыканты Луи Армстронг хөрмәтенә исем бирелә. Идеяның төбөндә тормош джазға оҡшаған тигән уй ята[3].

Идея күптән тыуҙы. Түбәнге Ломовола өй-интернатта физик етешһеҙлектәре булған балалар менән эшләүҙең файҙаһы юҡ, сөнки 18 йәштән һуң уларҙың бер ниндәй ҙә киләсәге юҡ

— проекттың авторы Мария Львова-Белова[4]

.

Үҙәк йәшәү, уҡыу, хеҙмәт формулаһы буйынса эшләй. Коммуна-ятаҡта һәр инвалидҡа индивидуаль үҫеш картаһын тәҡдим итәләр, уның ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарап, уҡытыу һәм эшкә урынлаштырҙы һайлай алалар. Йәшәүселәрҙе «Квартале Луи» базаһына 3-4 йылға йәшәргә алалар, уларға айырым комната һәм эш урыны бирәләр. Проекттың авторҙары әйтеүенсә, үҙәктән сыҡҡанда инвалидтар реаль тормошҡа әҙер булып сығалар, үҙҙәрен торлаҡ һәм эш менән тәҡмин итә алалар.

Үҙәктең беренсе көндәренән алып йәшәүҙе өлөшләтә ҡаплау өсөн инвалидтар үҙ өҫтөнә ала. Улар үҙҙәренең пенсияһының 50 процентын проектҡа биреп барҡандар, яҡынса 6 мең һум. Өйҙә үҙҙәренең фотоға (ҡағыҙға) төшөрөп баҫтырыу лабораторияһы барлыҡҡа килә. Һатыу итеүгә беренсе сығарған әйберҙәр кружкалар була, уларға һүрәтте коммунала йәшәүселәр үҙҙәре уйлап таба. Һуңғараҡ матурлыҡ салоны, фотостудия, флористик магазин һәм инвалиттар өсөн кафе асыу планлаштырыла. Авторҙар уйлауынса, ваҡыт үтеү менән инвалидтар өйҙә йәшәүҙе үҙҙәре ҡаплай аласаҡ һәм үҙҙәренең бизнесын асыу өсөн оҫталыҡ аласаҡтар[5]. 2014 йылда үҙәктә йәшәүселәрҙе ҡарау өсөн айына 65 мең һум аҡса кәрәк булған.

Типография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе эш урыны «Благовест» хәйриә фондының типографияһында була, унда эш булһын өсөн «Касперский Лабораторияһы» 15 компьютер бирә. Әммә һуңғараҡ ойошманың типографияһын Пенза и Нижнеломовский епархияһы типографияһына берләштерәләр. Этештереүҙе епархия идаралығының буш торған урындарына күсерәләр[6]. Был эш урынын яҡшыртыуға килтерә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Шестеро инвалидов-колясочников поселились в «Квартале Луи»  (рус.), ПензаИнформ.
  2. 14 социальных проектов года, которые изменили взгляд на гражданский активизм в России  (рус.), Теплица социальных технологий.
  3. В Пензе открылся уникальный центр  (рус.), Официальный сайт пензенского отделения партии «Единая Россия».
  4. В Пензе открыт «Квартал Луи». БезФормата.ru (2014). 9 май 2015 тикшерелгән.
  5. Сюжет о работе уникального центра покажут на Первом канале  (рус.), БезФормата.ru.
  6. Обитатели центра будут работать в типографии  (рус.), ИЦ «Пензенская Правда».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]