Кветера

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кветера
груз. კვეტერა
Нигеҙләү датаһы X быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Ахмета[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d] һәм Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d]
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (iii)[d] һәм (iv)[d]
Карта
 Кветера Викимилектә

Кветера сиркәүе (груз.კვეტერა) —Кахетияның тарихи ҡала-ҡәлғәһендәге грузин православ сиркәүе

Кветера сиркәүе X быуаттың беренсе яртыһында төҙөлгән. Был грузин архитектура стилендәге сағыштырмаса ҙур булмаған сиркәү[1][2] көмбәҙ менән тамамлана. Көмбәҙ квадрат арауыҡта ҡуйылған барабанға таяна. Дүрт яғынан көмбәҙ аҫты арауыҡҡа апсидалар йәнәш тора. Мөйөштәр буйлап улар араһында ҙур булмаған түбән соҡалталар бар. Шулай итеп, был тетраконх тибындағы тәре-көмбәҙле ҡорам. Ҡорамдың фасадтарындә биҙәктәр күп түгел, был кахетин сиркәүе өсөн хас, уларҙың күп өлөшө тигеҙ урынлашҡан аркалар менән биҙәлгән.

Кветера ҡалаһы Кахетия кенәзлеге үҙәктәренең береһе була. Вахушти Багратиони мәғлүмәттәре буйынса Кветера, һәр хәлдә, б.э. VIII быуатында барлыҡҡа килгән[3], уның тураһында шулай уҡ XI быуат яҙма документтарында телгә алына.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Kvetera Church
  2. ციციშვილი ირ., ქართული არქიტექტურის ისტორია, თბ., 1955.
  3. The Spiritual Treasure of Georgia, 2005 (инг.)