Кена
Кена | |
Низшая нота | G4[d] |
---|---|
Жанр | инктар музыкаһы[d] |
Классификация Хорнбостеля — Закса | 421.111.12 |
Кена Викимилектә |
Кена (кечуа quena-quena[1]) — асыҡ буйға һуҙылған флейта. Көньяҡ Америка (Перу, Боливия, Чили төньяғы, Аргентинаның төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайышы , Эквадор, Колумбия, Венесуэла, Гвиана) таулы райондарындағы индеецтарҙың традицион музыка ҡоралы[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙҙең эраға тиклем 9 — 2 быуаттарҙағы Чавин мәҙәниәте дәүеренән билдәле. Хайуандар, кеше һөйәктәренән, алтындан, көмөштән, балсыҡтан, ҡабаҡтан эшләгәндәр, хәҙерге ваҡытта башлыса ҡамыштан [1] бамбук һабағынан эшләнә.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡоралдың оғонлоғо — 25-70 см. Тишектәрҙең һаны — 5-6 (һирәгерәк 8) һәм артҡы яғында — баш бармаҡ өсөн бер тишек. Тауыш рәтендә — хроматик ике октава.
Кечуа, аймара һәм метис халыҡтарында пентатоник көйҙәрҙе башҡарыу өсөн ҡулланыла. Кенда башлыса ир-егеттәр уйнай: яңғыҙ (соло) йәки ансамблдә. Мәҫәлән, ике кена менән бомбо йәки каха барабаны оҙатыуында кена-кена[2] вайно, байлесито, карнавалито, качарпари, куэка, такуирари һәм башҡа бейеүҙәрҙе башҡаралар Шулай өс кендан торған ансамбль йыш күҙәтелә (пусифиа йәки мукулулос)[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кена // Музыкальные инструменты. Энциклопедия. — М.: Дека-ВС, 2008. — С. 252. — 786 с.