Эстәлеккә күсергә

Кислород һәләкәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ер атмосфераһында O2 тупланыуы:
1. (3,85—2,45 млрд йыл элек) — O2 яһалмай
2. (2,45—1,85 млрд йыл элек) O2 яһала, ләкин океан һәм диңгеҙ төбө тоҡомдары тарафынан йотолоп тора
3. (1,85—0,85 млрд йыл элек) O2 океандан сыға, ләкин ҡоро ерҙәге тау тоҡомдары окисланғанда һәм озон ҡатламы барлыҡҡа килгәндә исрафлана
4. (0,85—0,54 млрд йыл элек) ҡоро ерҙәге бөтә тоҡомдар окисланып бөтә, O2 атмосферала туплана башлай
5. (0,54 млрд йыл элек — әлеге осорғаса) хәҙерге дәүер, атмосферала O2 күләме тотороҡлолана

Кислород һәләкәте (кислород революцияһы) — протерозойҙыңиң башында, 2,4 млрд йыл элек (сидерий дәүере),Ер атмосфераһысоставының глобаль үҙгәреүе. Атмосфера составында ирекле кислород барлыҡҡа килеү һәм атмосфераның дөйөм торошоноң тергеҙелеүсенән окисланыусыға әүерелеүе кислород  һәләкәтенең һөҙөмтәһе булып тора. Кислород һәләкәте тураһында фараз яуым-төшөм тупланыу характерының ҡырҡа үҙгәреүен өйрәнеү нигеҙендә яһала.

Атмосфераның башланғыс составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер атмосфераһының башланғыс составы ниндәй булғандыр — был аныҡ билдәле түгел, ләкин ғалимдар фекеренсә, ул мантияның газһыҙланыуы һөҙөмтәһендә формалашҡандыр һәм тергеҙелеү характерына эйә булғандыр. Уның нигеҙен углекислый газ, көкөртлө водород, аммиак, метан тәшкил иткәндер. Бының дәлилдәре:

  • өҫкө йөҙҙә хасил булған окисланмаған ултырмалар (мәҫәлән, кислородҡа сыҙамһыҙ пириттан торған йылға ҡырсынташы);
  • кислородтың һәм башҡа окисландырыусыларҙың башҡа билдәле сығанаҡтары юҡлығы;
  • башланғыс атмосфераның потенциаль сығанаҡтарын (вулкан газдары, башҡа күк есемдәренең составы) өйрәнеү.

Кислород һәләкәте сәбәптәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Молекуляр кислородтың берҙән-бер әһәмиәтле сығанағы булып биосфера, дөрөҫөрәге, фотосинтезлаусы организмдар тора. Фотосинтез, күрәһең, биосфера артынса уҡ барлыҡҡа килгәндер (3,7—3,8 млрд йыл элек), ләкин архебактериялар һәм бактериялар төркөмдәренең күпселеге фотосинтез барышында кислород бүлеп сығармағандыр. Кислород фотосинтезы 2,7—2,8 млрд йыл элек цианобактерияларҙа барлыҡҡа килә[1]. Бүленеп сыҡҡан кислород шунда уҡ тау тоҡомдарының, ирегән берләшмәләрҙең һәм атмосфера газдарының окисланыуына китеп тора. Юғары концентрация урыны-урыны менән генә хасил була («кислородлы кеҫәләр»). Өҫкө ҡатлам тоҡомдары һәм атмосфера газдары окисланып бөткәс, кислород атмосферала ирекле хәлдә туплана башлай.

Микроб берләшмәләренең алмашыныуы сәбәптәренең береһе, моғайын, вулкан әүҙемлеге һүнә барған океандың химик составы үҙгәреү булғандыр.

Кислород һәләкәте эҙемтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ул осор организмдарының күп өлөшө анаэроб булып, кислородлы мөхиттә йәшәй алмағанлыҡтан, глобаль алмашыныу ғәмәлләшә: анаэробберләшмәләр аэробтарға алмашына, ә улар әүәл «кислородлы кеҫәләрҙә» генә йәшәгән була; анаэроб берләшмәләр иһә, киреһенсә, «анаэроб кеҫәләргә» ҡыҫырыҡлана. Артабан атмосферала молекуляр кислородтың хасил булыуы озон экраны яһалыуға килтерә, һөҙөмтәлә биосфера сиктәре киңәйә, энергетик йәһәттән отошло (анаэроб менән сағыштырғанда) кислород менән һулыш алыу тарала.

Кислород һәләкәте һөҙөмтәһендә бөтөн метаморфик һәм ултырма тоҡомдар окислана.

Кислород һәләкәтенән һуң атмосфераның химик составы үҙгәргәнлектән уның химик әүҙемлеге лә үҙгәрә, озон ҡатламы барлыҡҡа килә, парник эффекты ҡырҡа кәмей. Былар һөҙөмтәһендә планетаГурон боҙланыуы дәүеренә аяҡ баҫа.