Клинов Иван Елизарович
| Клинов Иван Елизарович | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 19 октябрь 1924 |
| Тыуған урыны | Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Вафат булған көнө | май 1996 (71 йәш) |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Клинов Иван Елизарович (19 октябрь 1924 йыл — май 1996 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1984 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Башҡорт АССР-ы Октябрьский ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм өс «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Елизарович Клинов 1924 йылдың 19 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Ҡыҙғанбаш улусы Үрге Николаевка ауылында тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, медицина хеҙмәте лейтенанты, 123-сө уҡсылар дивизияһының 622-cе уҡсылар полкында хеҙмәт итә. 1943 йылдың 31 авгусында Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[1].
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөрө уҡытыусылар институтын (1949), КПСС-тың Башҡорт өлкә комитеты ҡарамағындағы өс йыллыҡ партия мәктәбен тамамлай (1956).
Эш урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1949—1953 — КПСС-тың Балтас район комитеты; 1953—1956 — партия мәктәбе уҡыусыһы; 1956—1961 — КПСС-тың Туймазы район комитетының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире; 1961—1963 — КПСС-тың Туймазы район комитетының икенсе секретары; 1963—1965 — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Туймазы ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1965—1984 — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Октябрьский ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Клинов етәксе булған осорҙа ҡала халҡы һаны 100 меңгә барып етә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Клинов Иван Елизарович, Орден Красной Звезды :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 16 апрель 2020.
- ↑ Российский статистический ежегодник 2014 йыл 16 ноябрь архивланған.
- ↑ Клинов Иван Елизарович, Орден Отечественной войны I степени :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 16 апрель 2020.
- ↑ Клинов 2020 йыл 24 февраль архивланған.
- 19 октябрҙә тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Бөрө районында тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөрө дәүләт педагогия институты