Кобылин йорто
ХIХ быуаттың икенсе яртыһы
Иҫтәлекле урын | |
Кобылин йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы , Петров урамы, 49 |
Төҙөлгән ваҡыты | ХIХ быуаттың икенсе яртыһы |
Статус | Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. |
Кобылин йорто Викимилектә |
Кобылин йорто — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһының ике ҡатлы йорто Петров урамында урынлашҡан. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты . 124-се бойороҡ (31.12.02).
Адресы: Таганрог ҡалаһы, Петр ур., 49.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1859 йылдың авгусында Таганрог ҡалаһының төҙөлөш комитетына 1-се гильдия сауҙагәре Иван Кобылкин йорт төҙөргә ер һорап мөрәжәғәт итә. Рөхсәт алғас, ул буласаҡ йорт урынында торған һарайҙы һүтә һәм уның урынына ике ҡатлы кирбес йорт һала. Уның алғы яғы тура мөйөшлө колонналар менән дүрт тигеҙ секцияға бүленгән. Һәр секцияның икенсе ҡатында өс тәҙрә, ә түбәнге ҡаттағы йорт ишегенең ике яғында икешәр тәҙрә була.
Төҙөлөш эштәре тамамланғандан һуң, беренсе ҡатта магазиндар асҡандар, ә икенсе ҡатында эшҡыуар Василий Боровой «Лондон» ҡунаҡханаһын аса. Ҡунаҡханаға инеү ишеге йорттоң уң яғындағы бер ҡатлы төкәтмә аша булған. Төкәтмәнең башында веранда тора. Икенс ҡаттың тәҙрәләре өҫтөнә "Лондон ҡунаҡханаһы " тип яҙылған иғлан торған.
Октябрь революцияһына тиклем бер ҡатлы төкәтмәне ике ҡатлы итеп өҫтәп һалғандар. Шунан һуң йорт бинаһы тамамланған күренешкә инә. Ишек өҫтөндә балкон эшләнгән. Ул металл бағаналарҙа торған. Һуңыраҡ бина түбәһенең өҫтөндәге декоратив вазалар алынған, балкон юҡ ителгән.
Иван Евстратиевич Кобылин шәкәр , һуңынан — бакалея һәм гастрономия тауарҙары менән ҡаланың Петров урамында һәм Иҫке баһа һатыу иткән. 1845 йылда Антон Павлович Чеховтың атаһы Кобылин конторында контора эше буйынса хеҙмәт иткән. шулай уҡ яҙыусының олатаһы Иван Яковлевич Морозов та Кобылинда эшләгән. Һуңыраҡ яҙыусының атаһын Кобылин еҫләнгән балыҡ ыуылдырығын һатырға теләмәгәне өсөн эштән сығарған,
1855 йылға тиклем И. Е. Кобылкин ҡала башлығы итеп һайлана, ул Успение һәм Митрофаний сиркәүҙәрен төҙөүҙә ҡатнаша. Ул үлгәс, үҙ балалары булмағанлыҡтан,1890-сы йылдарға тиклем йорттоң хужаһы булып Кобылиндың тәрбиәгә алған улы Михаил Иванович Кобылин була. Михаил Иванович Кобылин ҡунаҡхана һәм ресторан тота. 1904 йылда ул бауыр ауырыуынан вафат була.
Йорттоң түбәнге ҡатында төрлө ваҡытта төрлө магазиндар була.
1902 йылда бында галантерея тауарҙары менән дә һатыу иткәндәр.,
1902 йылда ҡунаҡхананың хужаһы Николай Артемович Тер-Арутюновбулған. ТУл тиф эпидемияһы ваҡытында йоғошло ауырыу менән сирләп, 1915 йылдың февралендә вафат була. Үлгәнсе ул ҡунаҡханаһын К. Л. Гавриленкоға һатҡан. Гавриленко 1914 йылда уны "Метрополь"тип атай. НЭП ваҡытында һәм 1925 йылда ҡунаҡханала клуб-казино асҡандар. Һәр көндө киске 8 сәғәттән алып казинола лото, кәрт уйнағандар. Шул клубта спиртлы эсемлектәр һатылған ресторан эшләгән.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бинала НКВД, ә 1957 йылдан — «Үҙәк» ҡунаҡханаһы торған. Беренсе ҡатта «Новость дня» кинотеатры эшләй, һуңынан уны «Смена» тип атайҙар. 1980-се йылдарҙа кинотеатр ябылған, уның урынында импорт радиоаппаратуралар магазины һәм "Диана" кейем һатыу магазины эшләй.
Әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской (хроника обывательской жизни). Таганрог, 2000.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таганрог ул. Петровская, 49 2021 йыл 20 сентябрь архивланған.