Кокле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Коклес битенән йүнәлтелде)
Кокле
коклес
изображение
Классификация

Ҡыллы музыка инструменты, хордофон

Туғандаш инструменттар

канклес, кантеле, каннель, гусли

Музыканттар

Мартиньш Бауманис, Николайс Хенькис, Марис Муктупавелс, Валдис Муктупавелс, Бирута Озолиня, Латвйте Подиня, Янис Порикис, Лайма Янсоне, Алоизийс Юсминьш

Етештереүселәр

Имантс Робежниекс

Кокле (латыш. kokle ('kʊ͡ɔk.le); латг. kūkle, лив. kāndla) йәки коклес (kokles, kūkles)[1] — латыш халыҡ ҡыллы музыка ҡоралы; ул литва канклесына, эстон каннелленә, карел-фин кантеленә һәм рус ҡанат гуслиһына оҡшаш[2].

Конструкцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коклес нәҙек ағас декалы трапеция формаһында була. Ағас брусына ҡылдар тар ғына тимер сөйҙәр менән беркетелә. Был музыка ҡоралының ҡылдары хайуандарҙың нәҙек эсәгенән, үҫемлек сүстәренән, латундән йәки ҡоростан булыуы мөмкин. Традиция буйынса унда 6-9 ҡыл була, ә һуңғараҡ ул ундан арта. Түбәнге ҡылдар, ғәҙәттә бурдон ролен үтәй — ул һәр ваҡыт яңғырап тора. Хәҙерге заман коклестарында ҡылдар һаны егермегә етә[3].

Профессиональ булмаған музыка ҡоралдары өсөн йүкә йә ҡайын, академик концерттар өсөн саған ғына ҡулланыла[4].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР-ҙың почта маркаһы

Был музыка ҡоралы тураһындағы беренсе яҙма мөғлүмәттәр, унда прибалтик ҡәбиләләр башҡарғанда, XV быуатта теркәлгән.

Латвияның был милли музыка ҡоралының 1991 йылда СССР почта маркаһы булып сығыуы уның халыҡ символы булараҡ мөһимлегенең билдәһе. 2014 йылда Латвия почта маркаһы сыға[5], ә 2013 йылда сығарылған 1 лат иҫтәлекле аҡсала коклес һүрәтләнгән.[6]

Башҡарыу техникаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коклеист Лайма Янсоне

Музыка ҡоралында ғәҙәттә уң ҡул менән кәрәкле ҡылдарҙы һайлап, һул ҡул менән кәрәкмәгәндәрен баҫып, ултырған килеш башҡаралар. Уйнағанда уны өҫтәлгә йә тубыҡтарға һалалар, хәрәҡәт иткәндә елкәгә эләләр.[2]

Варианттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был музыка ҡоралының бер нисә вариантын айыралар:

11-ҡыллы латгаль коклес
  • латгаль коклес (Latgales kokles) — яңғырашын көсәйткән һәм ҡулдарҙы һалыу өсөн хеҙмәт иткән ҡанаты бар; ул башҡаларға ҡарағанда ауырыраҡ һәм биҙәлеше яғынан ҡайтыш;
  • курзем коклес (Kurzemes kokles) — ҡанатһыҙ, орнамент һәм һырҙар менән биҙәлгән;
  • цитркоклес (cītarkokles) — һуңғараҡ Көняҡ Европа цитрҙары йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән ҙур корпуслы тимер колкалы күп ҡыллы музыка ҡоралы;
  • концерткоклес (koncertkokles) — киңерәк диапазонлы ноталы, ҡайһы берҙәрендә ҡылдарҙың тон юғарылығын үҙгәртеү өсөн ҡоролма бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Муктупавелс М. Систематика латышских музикальных инструментов = Latviešu mūzikas instrumentu sistemātika. — Рига: Латвийская ассоциация высших школ, 1999. — С. 96. — 188 с.
  2. 2,0 2,1 Ю. В. Келдыша. (под. ред.). Музыкальная энциклопедия. — Москва: Советская энциклопедия/Советский композитор, 1976. — Т. 3.
  3. Кокле — латышский струнный щипковый народный музыкальный инструмент. Riga Portal (17 февраль 2014). Дата обращения: 28 март 2016.
  4. Кокле — латышский народный инструмент. Pribalt.info (1 февраль 2014). Дата обращения: 28 март 2016. 2016 йыл 6 апрель архивланған.
  5. Латвия. Национальные музыкальные инструменты. Peterstamps (9 апрель 2014). Дата обращения: 28 март 2016.
  6. Банк Латвии выпустит однолатовик с кокле. Baltic News Network (7 июнь 2013). Дата обращения: 28 март 2016.