Эстәлеккә күсергә

Коктейль күлдәге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Коктейльное платье битенән йүнәлтелде)
Күк сатиндан тегелгән коктейль күлдәге, 1959 йыл

Коктейль күлдәге (киске мәжлес күлдәге) — ҡатын-ҡыҙҙарҙың ниндәйҙер тантаналы шарттарҙа кейә торған ҡыҫҡартылған итәкле, яғаһыҙ һәм еңһеҙ күлдәге.

Тәү башта Америка Ҡушма Штаттарында «ҡоро закон» ваҡытында киске күлдәктәрҙең демократлаштырылыу барышында барлыҡҡа килгән. Йәш ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән. Тубыҡты саҡ ҡына ҡаплап торған, һуңғы мода осорона тап килгән һәм ҡыйбатлы, ләкин шул уҡ ваҡытта сағыу булмаған тауарҙарҙан тегелгән. Тәүге осорҙа ул күлдәктә Чарльстон бейеүен башҡарырға мөмкин булған. Коктейль күлдәктәргә стеклярус менән биҙәлгән, эсенә аҡса, пудра һәм портсигар ғына һыйған бәләкәй муҡса кеүек махсус аксессуарҙар ҡаралған. Күлдәк төҫөндәге ҡайышлы асыҡ туфлиҙар, терһәккә тиклем оҙонлоҡтағы бирсәткәләр, бәләкәй эшләпәләр ҡулланырға булған.

Хәҙерге ваҡытта коктейль күлдәктәрен күп осраҡта корпоратив сараларҙа, ғаилә байрамдарында һәм киске мәжлестәрҙә күрергә мөмкин. Коктейль күлдәктәре төнгө клубтарға, казино йәки ресторанда үткәрелгән осрашыуҙарға тәғәйенләнгән. Ҡағиҙә булараҡ, бындай күлдәк киске сәғәт етенән һуң башланған сараларға кейелә. Йәйге коктейль күлдәк асығыраҡ була. Ул сағыу төҫтәрҙән һәм еңел шифон, ебәк туҡыманан тегелә. Ҡыш көндәрҙә кейелгән күлдәктәр өсөн ҡара, ҡыҙыл, күк һәм зәңгәр төҫтәр традицион булып һанала. Туҡыманан бәрхәт һәм атлас ҡулланыла, бер төҫтәгеһенә өҫтөнлөк бирелә.