Эстәлеккә күсергә

Кололак

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Кололак (әрм. Կոլոլակ) — башлыса һөйәкле һурпалы һарыҡ итенән бешерелгән әрмән ашы. Асылда, кололак — үткәрелгән ит йоморсалары менән аш. Ләкин ул аҙыҡ-түлек составы, тәме һәм технологияһы буйынса, быға оҡшаш Европа ризыҡтарынан ныҡ айырыла.

Күп кенә әрмән ризыҡтары кеүек, кололактың да бер нисә төрө бар, әҙерләү рәүеше менән ябай кололак, фаршлы кололак,  шушин кополагын айырып йөрөтәләр.

Дөйөм әҙерләү технологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә төр кололак әҙерләү өсөн түбәндәге дөйөм оҡшашлыҡтар хас[1]:

  1. Артҡы һын, ҡағиҙә булараҡ, һыйыр һәм һарыҡ ите бары тик шушин кололагы өсөн генә ҡулланыла.
  2. Һөйәктән һурпа бешерелә.
  3.  Итте турағыс аша, мотлаҡ рәүештә ике тапҡыр, үткәрәләр, йәки ағас сүкеш менән һуҙылып торған масса  килеп сыҡҡанға ҡәҙәр һуҡҡылайҙар. Ҡайһы ваҡыт ике ысулды ҡатнаштыралар: итте турағыс аша үткәргәндән һуң һуҡҡылайҙар.
  4. Итле эслеккә  ҡайнатып алынған ярмалар (дөгө, манный ярмаһы) йәки он, йомортҡа, һөт, тоҙ, тәмләткестәр (һуған, петрушка, борос), ә ҡайһы берҙә коньяк — йә, уларҙы  ит менән болғайҙар, йә эслектәге итте уратып һалалар, йә бөтәһен бергә ҡушалар.
  5. Үткәрелгән иттән эре генә йоморсалар (тауыҡ йомортҡаһы дәүмәлендә йәки унан да ҙурыраҡ) яһайҙар һәм уларға юғарыла килтерелгән үҫемлек тәмләткестәре, йә  аҡ май киҫәктәре өҫтәйҙәр.
  6. Һөйәкле һурпаға составында крахмал булған ризыҡтар. (дөгө, картуф, каштан), шулай уҡ тәмләткестәр (һуған, петрушка, эстрагон) , ҡайһы берҙә аш тәмләткестәре (томат пастаһы) ҡушалар. Һурпа ҡайнап сығыу менән, уға әҙерләп ҡуйған ит йоморсаларын төшөрәләр, һәм улар өҫкә ҡалҡып сыҡҡанса ҡайнаталар.

Кололак дөгө әҙер булғансы бешерелә.

  1. В. В. Похлёбкин Национальные кухни наших народов. М., 2004