Комнино-Варваци йорто
Иҫтәлекле урын | |
Комнино-Варваци йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Петр урамы, 87 |
Төҙөлгән ваҡыты | XIX быуат урталары |
Комнино-Варваци йорто — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһының Петр урамында урынлашҡан өс ҡатлы йорт.
Адресы: Таганрог ҡалаһы, Петр урамы,87.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ХХ быуат уртаһында грек сәүҙәгәре Дмитрий Петрококино аҡсаһына Петр урамы, 87-се һанлы бер ҡатлы, ярым подваллы йорт төҙөлә. 2-се гильдия сауҙагәре , Д. М. Петрококино 1865 йылда етемдәр судының ағзаһы итеп һайлана. 80-се йылдарҙа ул бөтә ғаиләһе менән Одессаға күсеп китә, ә йортто коллежский асессор Козьма Николаевич Комнино-Варваци һатып ала. Фамилияны башлаусы кеше грек Иван Андреевич Варваци булған. Ул фамилияһын төрөктәргә ҡаршы һуғышҡанда көрәштәш дуҫтары ҡушҡан «Варвакис» һүҙенән ала. Олоғайғас ҡына,1814-1815 йылдарҙа, ул һаулығын нығытыу маҡсатында Таганрогҡа күсеп килә, сөнки ҡаланың климаты уға һәйбәт тәьҫир иткән була. Козьма Николаевич Варваци ике ҡатлы йорт төҙөргә ҡарар итә. Рөхсәт һорап ул ҡала управаһына мөрәжәғәт итә.
1892 йылда Кузьма Николаевич Комнино-Варваци Петр урамында йорт төҙөргә рөхсәт ала. Төҙөлөш проект буйынса алып барыла.
Иҫке йорттан яңыртып һалынған ике ҡатлы бина симметриялы булмаһа ла, йорттоң колонналары һәм венициан стилендәге тәҙрәләре йортҡа матурлыҡ өҫтәп торған. Йорттоң икенсе ҡатындағы флигель ишек алдындағы флигель менән тоташҡан. Флигелдә кер йыуып киптереү бүлмәһе бар. Бинала 62 бүлмә. Уларҙа хужаһы Козьма Николаевич, уның ике ҡыҙы Зинаида һәм Вера; Моберли ғаиләһе йәшәгән. «Призовой край» гәзитенең «Шиллер из Таганрога» мәҡәләһендә 1906 йылдың 25 авгусында был йорт фатирҙарының һүрәтләмәһе былай тип яҙылған : «Бик матур йорт. Ни тиклем бүлмә! Ниндәй матур кейем, ғәжәйеп ризыҡтар, иҫ киткес клозеттар. Артыҡ ҙур һәм бейек булмаған бик күп бүлмәләр. Бер генә зал алты аршын бейеклегендә, ҡалған бүлмәләрҙең бейеклеге биш (3,55. м.) һәм хатта 3,5 аршын (2,5 м.)».
Йортто 46 ялсы ҡарай. Уларҙы хужалар янына саҡырып алыу өсөн бик ҡатмарлы шылтыратыу системаһы эшләгән. Ҡыңғырау шылтырауының тоны буйынса кемдең кемде һәм ҡайҙа саҡырыуын билдәләп булған.
Ата-әсәләре үлгәс, Варвациҙың балалары 1898 йылда Таганрогтан күсеп китергә булалар. 1906 йылда ҡала управаһына йортто 200 мең һумға егерме йыл эсендә хаҡын алып бөтөрөү шарты менән оҙайлы ваҡытҡа һатырға тип мөрәжәғәт итәләр. Поверенный кешене был ҡәнәғәтләндермәй һәм ул йылына дүрт процент өҫтәмә алыу юлы менән ун йыл эсендә йорт хаҡын алып бөтөргә тәҡдим итә. Ниһайәт, яҡтар ҡырҡ мең һумға риза булаышалар. 1908 йылдың 6 декабрендә йорт ҡала управаһына күсә. Бинала ҡаланың управаһы һәм музейы урынлаша.
Октябрь революцияһынан һуң йортта төрлө ваҡытта ҡаланың төрлө ойошмалары, түңәрәктәр эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышыда ҡала оккупацияға эләккәс, бинала полиция урынлаша. Полиция башында Таганрог кешеһе Борис Стоянов торған. Һуңыраҡ, СССР хәрби трибуналы ҡарары менән Б. В. Стоянов атып үлтерергә хөкөм ителгән.
Һуғыштан һуң йорттоң өҫтөнә өсөнсө ҡат өҫтәп һалғандар, фасадына дүрт мөйөшлө колонналар ҡуйғандар. колоннаһы. Хәҙерге ваҡытта был торлаҡ йорт, уның беренсе ҡатында Кофейня, Аяҡ кейеме һәм Бүләктәр магазины эшләй.
Әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской (хроника обывательской жизни). Таганрог, 2000.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таганрог ,, Петров урамы, 87 2017 йыл 5 февраль архивланған.