Комсомолдар һәйкәле (Гомель)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Комсомолдар һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1964
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Центральный район[d] һәм Гомель[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Комсомольский сквер[d]
Булдырыусы Летун, Владимир Михайлович[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Архитектор Q94652152?
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d][1]
Карта
 Комсомолдар һәйкәле (Гомель) Викимилектә

Комсомолдар һәйкәлеБелоруссияла Гомель өлкәһенең Гомель ҡалаһындағы һәйкәл.

Тарихы һәм тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Комсомолдар һәйкәленең[2] бер нисә исеме бар: һәләк булған комсомолдарға һәйкәл[3], комсомол-подпольщиктар һәйкәле[4], герой-комсомолдар монументы (һәйкәле)[5][6].

Комсомолдар һәйкәле 1964 йылда Карпович һәм Жарковский урамдары киҫелешендәге скверҙа[2] комсомолдарҙың аҡсаһына ҡуйыла. Һәйкәл Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец илбаҫарҙары менән көрәштә һәләк булған герой-комсомолдарға, яугирҙәргә һәм партизандарға арналған. Иң тәүҙә 25 метр бейеклектәге һигеҙ ҡырлы һоро обелиск ҡуйыла. Ул ҡыҙыл граниттан тура мөйөшлө һикәлтәле цоколдә тора, уға барыу юлы декоратив газон менән биҙәлгән була[2].. Был һәйкәлдә (цоколдә) текст алтын менән уйып яҙылған: «Һеҙҙең бөйөк батырлығығыҙ үлемһеҙ. 1941-1945 йылдарҙа Тыуған илебеҙ азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә һәләк булған геройҙарға»[5]. Проект авторы: архитектор — Ю. Лысов, скульпторы — В. Летун[5].

1975 йылда һәйкәлдең фасад ҡыры эргәһендә ҡыҙ-комсомолка скульптураһы ҡуйыла[2] с вымпелом в раскинутых над головой руках[5]. Скульптура бронзанан ҡойолған, бейеклеге 2 метр[2]. Леонид Васильевич Баранов — Гомель өлкәһе профсоюздар берекмәһе рәйесе журналистар менән брифинг ваҡытында былай тип әйтә:

Өлкә һәм ҡала башҡарма комитеттары менән берлектә 11-се урта мәктәп эргәһендә обелиск төҙөргә ҡарар ителде. Был һәйкәл комсомол хәрәкәтенең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуын, йәштәрҙең ҡаршылыҡ хәрәкәтенең әһәмиәтен символлаштыра. Һәйкәл яңынан тергеҙеүҙе һәм яңыртыуҙы талап итә. Бөтә эштәрҙе 9 Майға тамамларға планлаштырыла[4].

2015 йылдың мартында һәйкәл реставрациялана, монумент һәм уның тирә-яҡ территорияһы төҙөкләндерелә. Һәйкәлдә заманса яҡтыртыу барлыҡҡа килә[5].

Яңыртылған комсомолдар һәйкәле 2015 йылдың 8 майында[5], Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына асыла[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гомель: Энцикл. справ./Белорус. Сов. Энцикл.; Редкол.: И. П. Шамякин (гл. ред.) и др. — Мн.: БелСЭ, 1991. — 527 с., 12 л. ил.