Константинович Наталья
Наталья Константинович | ||
Наталија Константиновић | ||
| ||
---|---|---|
Дине: | Сербская православная церковь[d] | |
Тыуған: | 10 октябрь 1882 Триест | |
Үлгән: | 21 август 1950 (67 йәш) Париж | |
Нәҫел: | Петровичтар династияһы (ире буйынса) | |
Атаһы: | Александр Константинович | |
Әсәһе: | Милена Опуик | |
Ире: | Мирко Дмитрий Петрович-Негош | |
Балалары: | Стеван, Станислав, Михаил Петрович-Негош, Павел, Эманнуил | |
Наталья Константинович (10 октябрь 1882 — 21 август 1950) — Черногория принцессаһы, принц Мирко Дмитрийҙың ҡатыны.
Тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1902 йылда черногория принцы Мирко Дмитрийға, король Никола I һәм корль ҡатыны Миленаның кесе улына кейәүгә сыға. Наталья серб короле Александр I Обреновичтың (1876—1903) алыҫ туғаны була. Никола Негош был никах яҡлы була, сөнки ул, был союз менән файҙаланып, улын серб тәхетенә ултыртыуға иҫәп тота. Башта никах бәхетле була. Мирко үҙенең ҡатынына, ғаиләһендә Лили тип йөрөтөлгән «алиһәгә оҡшаған ҙур ҡара күҙле блондинкаға», ғашиҡ була. Әммә бәхет оҙаҡҡа бармай. Тиҙҙән елғыуар принц үҙенең күп һанлы һөйәркәләренә әйләнеп ҡайта, һәм был ғаилә мөнәсәбәттәренә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Ғаиләлә биш бала тыуа, әммә бары тик принц Михайло (1908—1986) ғына оҙон ғүмерле була. Ҡалған бөтә дүрт улы: Станислав һәм Стефан 1908 йылда туберкулёздан, Павел һәм Эммануэль йәшәй биргәс вафат булалар, тик үҙҙәренән һуң нәҫел ҡалдыра алмай.
Наталья үҙенең бикәсе Елена менән бик яҡын мөнәсәбәттә була һәм уға йыш ҡына Италияға барып йөрөй. Елена итальян королеваһы, король Виктор-Эммануил III-нөң ҡатыны була. Ике ҡатынды талаштырырға тырышҡан Мирко, ҡатыны, йәнәһе, үҙенең һөйәрен, Еленаның ире король Виктор-Эммануилды күреү өсөн, Италияға йыш бара, тигән имеш-мимеш тарата. Мирконың атаһы Никола был хаҡта белеп ҡалғас, был хәл Италия менән мөнәсәбәттәргә тәьҫир итмәһен өсөн, принцты өйҙә һаҡ аҫтында ултырта. Наталья Парижға ата-әсәһенә күсеп килә. 1917 йылда уларҙың союзы, айырылышыуға тиклем барып етеп, тулыһынса өҙөлә. Мирко киләһе йылда Венала вафат була. Наталья иһә 1950 йылда вафат була. Тәүҙә ул Бөйөк Британияла, һуңынан Францияла йәшәй. 1920 йылда менән граф Гастон Errembault де Dudzeele (1877—1961) менән икенсе никахҡа инә. Уларҙың ике ҡыҙы: Елена (1921—2006) һәм Анна-Мария (1922—1984) тыуа.