Эстәлеккә күсергә

Кораб (шарлауыҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кораб
Рәсем
Дәүләт  Төньяҡ Македония
Урын Кораб[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2120 метр
Бейеклеге/буйы 138 метр
Карта
 Кораб Викимилектә

Кораб (Пройфела) — Мавровий милли паркы биләмәһендә Албания менән сиктәш Македония Республикаһының көнбайышында урынлашҡан шарлауыҡ. Кораб тауының итәгендә Длабока (Радика йылғаһы бассейны) йылғаһының үрге ағымында урынлашҡан. Мал-Кораб түбәһенең көнсығыш яғында яҙын ирегән ҡар һыуҙарынан барлыҡҡа килә. Һыуҙың тулылығы миҙгелгә бәйле. Был Македония Республикаһында һәм Балҡан ярымутрауындағы иң бейек шарлауыҡ.

Шарлауыҡ бейеклеге тураһында мәғлүмәт үлсәү ысулына ҡарап айырыла; бейеклеге 100 метрҙан 138 метрға тиклем тип атала. Теүәл бейеклеге иң бейек һәм иң түбән нөктәләрен билдәләүгә бәйле һәм төрлө ысулдарҙа төрлөсә булыуы мөмкин. Иң бейек нөктәһе яҡынса диңгеҙ кимәленән 2120 м бейеклектә, ә иң түбән нөктәһе яҡынса 1990 м кимәлендә.

Иң юғары һыу сығымы май аҙағында — июнь башында күҙәтелә, артабан һыу сығымы йәй барышында кәмеүе күҙәтелә. Йәй бик ҡоро килгәндә август аҙағында һәм сентәбрҙа шарлауыҡ ҡорорға ла мөмкин[1].

Шарлауыҡ һәм йылға үҙәндәре боҙлоҡтар тәьҫирендә һуңғы боҙлоҡ осоронда барлыҡҡа килгән.

Барып күреү мөмкинлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шарлауыҡ барырға юлы ҡыйын булған урында урынлашҡан. Шарлауыҡҡа барыу өсөн иң ҡулайлы юл Нистрово ауылы аша Длабака йылғаһының үҙәне буйлап үтә. Урман аша ла юл бар, был осраҡта йылғаны ике урында киҫеп үтергә кәрәк. Сиркәү эрәһендәге күпер аша үтеп ҡыҫҡараҡ маршрут буйынса ла барырға мөмкин. Был юл ҡыҫҡараҡ, ҡыҙыҡлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк[2].