Космонавтар майҙаны (Салауат)
Космонавтар майҙаны майҙан Салауат | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Ҡала | |
Район |
Үҙәк |
Элекке исемдәре |
юҡ |
Оҙонлоғо |
85х160 м |
картала | |
Яндекс. Картала |
Космонавтар майҙаны — Салауат ҡалаһындағы үҙәк майҙандарҙың береһе. Майҙан Ленин урамы һәм Космонавтар бульвары сатында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙанды төҙөү 1960-сы йылдар аҙағында башлана.
Майҙан нигеҙҙә 5-9 ҡатлы кирбес йорттар менән уратып алынған.
60-сы — 80-се йылдарҙа майҙанға күсмә зоопарк килә, ҡыштарын Руслан башы рәүешендә тауҙар өйөлә, һырғалаҡ ойошторола.
9 ҡатлы бинала ҡала ЗАГС-ы урынлашҡан, ул аҙаҡ элекке Комсомолец кинотеатры бинаһына күсә. 5 ҡатлы бинала Салауат башҡорт дәүләт драма театры урынлашҡан.
Космонавтар майҙаны үҙәгендә 33 метр бейеклегендәге хәрби һәм хеҙмәт даны обелискы күтәрелә. Обелиск тутыҡмай торған ҡорос менән көпләнгән гранит пьедесталға ҡуйылған. Обелиск түбәһендә — ураҡ һәм сүкеш. Обелиск ҡырҙарында Советтар Союзы Геройҙары һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙары йондоҙҙары алтын булып яна. «50 йыл», «Хеҙмәт батырҙарына дан» һәм «Ватанды һаҡлаусыларға дан» яҙмалары һәйкәлдең төп йөкмәткеһен аса.
Хеҙмәт һәм хәрби дан обелискы инженерҙар Морон Н. А., Хәйруллин З. А., Сирбаев У. Н. тарафынан проектланған. Рәссамдары Камин А. С., Орлов Г. Ф., Кузнецов А. Г.. 1967 йылдың 5 ноябрендә асылған.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Космонавтар майҙаны буйынса 1375-се автоколоннаның автобустары, маршрут таксиҙары һәм башҡа коммерция ылаусылары йөрөй:
- № 1
- № 3
- № 5
- № 6
Иғтибарға лайыҡ биналар һәм ҡоролмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Октябрь кинотеатры
- Е. Пугачев ғәскәрҙәренең Салауат ҡалаһы районы аша үтеүе хөрмәтенә иҫтәлекле таш һарыҡташ, Салауат Юлаев етәкселегендәге отрядтар йәшеренгән ҡаянан алынған.
- Ҡала баҙары
Һәйкәл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт һәм хәрби дан обелисгы[1].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Г. Б. Кәлимуллин, Салауат. Ҡаланы планлаштырыу һәм төҙөү, мөхәррир Н. А. Пекарева ; Төҙөлөш һәм архитектура академияһы. СССР М. Госстройиздат, 1962. 60 б.
- Рәсәй ҡалалары. Энциклопедия — М.: Ҙур Рәсәй Энциклопедияһы. Кондратьев И. 1994.
- Салауат ҡалаһы; кол. авт. Салауат ҡалаһы администрацияһы; Авт.- сост. Раиса Фаритовна Зыкина. — Өфө: Һүҙ, 1998. — 80.с — 5 000 дана — ISBN 5-87308-120-4.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 9 ҡатлы бинала урынлашҡан WEB камера буйынса майҙанды реаль ваҡытта ҡарарға мөмкин[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салауат ҡалаһы урамдары исемлеге