Красноармейская урамы (Дондағы Ростов)
Красноармейская урамы Дондағы Ростов | |
Гвардейская майҙаны Красноармейская урамында | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Төбәк |
Ростов өлкәһе |
Ҡала | |
Район |
Кировский, Ленинский, Октябрьский |
Элекке исемдәре |
Скобелевская |
Оҙонлоғо |
~ 4 км |
картала |
Красноармейская урамы — Дондағы Ростовтың төп урамдарының береһе[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала үҙәгендә урынлашҡан, уның иң боронғо урамдарының береһе булып тора[2]. Элек Скобелев урамы тип аталған (урыҫ генералы Скобелев хөрмәтенә).
Урам Сиверс проспектынан башлана һәм Театр проспектына тиклем Оло Баҡса урамына параллель рәүештә үтә. Урам тура. Дондағы Ростовтың бик күп урамдарын һәм тыҡрыҡтарын киҫеп үтә, улар араһында Буденный, Ворошилов һәм Киров проспекттары, Халтурин, Семашко, Гәзит тыҡрыҡтары һәм башҡалар.
Красноармейская урамы Дондағы Ростовтың иң тығын урамдарының береһе булып тора, сөнки уның буйынса Шолохов проспектынан килеүсе күп кенә ҡала-ара автобус маршруттары үтә, Красноармейская урамы башланған Сиверс проспектында ҡаланың тимер юл һәм автобус вокзалдары урынлашҡан.
Урамда урынлашҡандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Элекке Ростов йәмиғ мәсете
- Ағалы-ҡустылы Асланидиҙәрҙең тәмәке фабрикаһы бинаһы
- «Ростов» ҡунаҡханаһы
- Күҙ ауырыуҙары клиникаһы бинаһы
- 1-се пионерҙар слеты исемендәге сквер
- Сауҙа үҙәктәре селтәре һәм банктар офистары
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
СССР-ҙың 50 йыллығы мозаик панноһы
-
Механика-техник училище бинаһы
-
Ҡала казармаһы бинаһы
-
Л. Е. Панченконың килем йорто