Криминальный спектр (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Криминальный спектр» — ижтимағи-хоҡуҡи гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, Башҡортостан Эске эштәр министрлығының «Ф.Э. Дзержинский исемендәге типография» нәшриәт-полиграфия комплексы дәүләт-унитар предприятиеһы, Рәсәй Федерацияһы Эске Эштәр министрлығының Өфө юридик институты. 1999 йылдың октябренән Өфөлә аҙна һайын урыҫ телендә сыға.