Криндач йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
Криндач йорто
Ил Рәсәй
Адрес Новочеркасск ҡалаһы, Атаман урамы , 46
Архитектура стиле модерн
Нигеҙләүсе Егор Иванович Криндач
Нигеҙләнгән XX быуаттың башы
Бөгөнгө хәле фасады үҙгәртелмәйенсә реконструкцияланған

Криндач йортоРостов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһында район әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. Бер ҡатлы был йорт Атаман урамындағы 46 һаны аҫтында тора.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йорт XX быуат башында төҙөлгән. Уның хужаһы Егор Иванович Криндач граждандар эштәре буйынса адвокат вазифаһын башҡара, шулай уҡ халыҡ мәғәрифе өлкәһендә йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә. Егор Иванович Дон Ғәсҡәре өлкәһенең файҙалы китаптар таратыу йәмғиәте ағзаһы ла. Был йәмғиәт 1876 йылда үҙ эшен башлай , ә ике йылдан һуң Дон Ғәскәре өлкәһенең халыҡ мәғарифына ярҙам итеү йәмғиәте тип үҙгәртелә. Егор Криндач был йәмғиәттә рәйес урынбаҫары булып эш башлап 1902 йылда ойошманың рәйесе дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Ойошоу башында йәмғиәт китап магазиндары һәм складтары асыу менән булыша. 1923 йылда Криндач йортонда туберкулезға ҡаршы диспансер асалар. 1992 йылда Ростов өлкә халыҡ депутаттары Советы Ҡарарына ярашлы рәүештә йорт төбөк әһәмиәттендәге мәҙәни мираҫ объекты тип таныла. XXI быуат башында элекке Криндач йорто әкренләп емерелә башлай. 2015 йылда уның урынында ике ҡатлы, ҡунаҡхана ихтыяждарына көйләнгән 30 урынға иҫәпләнгән ҡунаҡхана йортон аяҡҡа баҫтырыу эштәре башлана. Баш фасадтың беренсе ҡатын үҙгәртмәйсә генә йортто реконструкцияларға ҡарар итәләр[1]. Яңы отелгә «Платов» исеме бирелә. 2015 йылдың декабрь аҙағында йорттоң рәсми асылыуынан бер нисә көн алда бинала янғын сыға һәм ваҡытында һүндерелә[2].

Һүрәтләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Криндач йорто модерн стилендә төҙөлгән. Йорт бер ҡатлы, симметриялы фасадлы, бина үҙәгендә йортҡа инә торған ишек. Кәрнизендә дуға формаһындағы декоратив биҙәктәр. Кәрниз өҫтөнә аттик һәм парапет ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]