Куликов бюсы (Семикаракорск)
Куликов бюсы | |
Нигеҙләү датаһы | 2007 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ростов өлкәһе һәм Семикаракорск[d] |
Жанр | бюст[d] |
Куликовтың бюсы — Ростов өлкәһенең Семикаракорск ҡалаһында яҙыусы Куликов Борис Николаевичтың бюсы. 2007 йылда асылған. Бюстың авторы — И. И. Масличенко.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Куликовтың бюсынан тыш Семикаракорск ҡалаһында ҡала һәм райондарҙың бер нисә билдәле кешеләре яҙыусы. А. Закруткин, төҙөүсе А. Араканцев, балыҡсылыҡ хужалыҡ етәксеһе В. Абрамовтың бюсы ҡуйылған Был бюстарҙың авторы скульптор һәм рәссам Иван Иванович Масличенко.
Яҙыусының бюсы 2007 йылдың 23 сентябрендә Семикаракорскта Пионер майҙанында ҡала көнөндә асыла.
Б. Н. Куликов Семикаракорская станицаһында тыуған. Мәктәптә, Ростов дәүләт университетының тарих факультетында уҡыған, шунан һуң Семикаракорск ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән.
Университетта уҡыған йылдарында яҙа һәм әҫәрҙәрен баҫтыра башлай. Куликовтың беренсе китабы «Шиғырҙар» 1964 йылда «Молодая гвардия» нәшриәтендә баҫылып сыға. 60-сы йылдарҙа ул «Сенокосная пора» (1968), «Вербохлёст» (1968), 70-се йылдарҙа – «Чудный месяц» (1972), «Поле Куликово» (1973), в 80-е — «Удаль» (1983), «Вольница» (1984) шиғырҙар йыйынтығының авторы була. Уның ҡайһы бер әҫәрҙәре тыуған ҡалаһы Семикаракорскҡа арналған. Шулай уҡ хикәйәләр һәм повестар яҙа. 1975 йылда «Мои дорогие люди» проза китабы 1976 йылда «Быстрина» китабы сыға.
Төрлө йылдарҙа Б. Куликов Кустанай өлкәһендә, Алтайҙа эшләй, ләкин һәр ваҡыт тыуған ҡалаһына ҡайта. Яҙыусыға ҡунаҡҡа яҙыусылар Василий Шукшин, А Ларионова, Н. Рыбников һ. б. килеп йөрөйҙәр
Яҙыусы һәм шағир исеме менән Семикаракорск ҡалаһында урам аталған. Йыл һайын август аҙағында ҡалала Б.Н.Куликов иҫтәлегенә арналған «Куликов авгусы» кистәре үтә[1], 2007 йылдан алып йыл һайын «Куликов көҙө» байрамы үтә[2]. Хәтер көнөндә яҙыусы һәйкәле янына ҡала халҡы йыйыла һәм уның шиғырҙарын уҡый.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҙыусы Борис Николаевич Куликовтың бюсы кирбес постаментҡа ҡуйылған. Һәйкәл менән йәнәш таш киҫәге урынлашҡан, уның тигеҙ йөҙлөгөндә яҙыусының шиғыры яҙылған:«Откуда я? С Дона! Где высь да простор, где сладкие звоны Семикаракор, где поле широко, работа красна, где песня далёко-далёко слышна...»
Һәйкәл эргәһе төҙөкләндерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Семикаракорск. Бюсты известных земляков
- Семикаракорск. Известные люди. 2018 йыл 26 март архивланған.
- Известные земляки
- Выставка художника И.И. Масличенко 2017 йыл 28 март архивланған.
- Бюст Б.Н. Куликову- поэту и писателю, нашему земляку 2017 йыл 1 июль архивланған.
- Запечатлённый Борис Куликов
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Казачья песнь. Памяти Бориса Куликов 2017 йыл 21 март архивланған.
- ↑ Литературная колыбель