Эстәлеккә күсергә

Курессааре (аэропорт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Курессааре
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Курессааре
Дәүләт  Эстония
Административ-территориаль берәмек Сааремаа[d]
Урын Курессааре
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 4 метр
Хеҙмәтләндереүсе AS Tallinna Lennujaam[d][1]
Рәсми асылыу датаһы 6 март 1945
Пассажирҙар ағышы 16 858, 29 447 һәм 38 749
Хеҙмәтләндерелгән ҡала Курессааре
Рәсми сайт kuressaare-airport.ee
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Осоу-ултырыу һыҙаты 17/35
ИАТА аэропорты коды URE
ИКАО аэропорты коды EEKE
Карта
 Курессааре Викимилектә

Курессааре аэропорты (IATA: URE, ICAO: EEKE) — Эстония аэропорты, Курессааре ҡалаһынан 3 км алыҫлыҡта Сааремаа утрауында урынлашҡан. Беренсе осоу-ултырыу һыҙаттарын 1930 йылдарҙың икенсе яртыһында төҙөйҙәр. 1945 йылдың 6 мартында аэропорт рәсми рәүештә асыла. Артабанғы йылдар дауамында һауа ағымы арта, һәм 1949—1953 йылдар араһында Курессаар һәм Таллин араһында көн һайын 10-14 рейс яһала. Был рейстарҙа 400 самаһы пассажир көн һайын самолеттарҙа оса. 1958 йылға тиклем аэропорт электрлаштырылмаған була. Терминалдың хәҙерге бинаһы 1962 йылда төҙөлә. Икенсе осоу-ултырыу һыҙаттары 1976 йылдың 23 майында төҙөлә, ә 1999 йылдатөп һыҙат ҙурайтыла. 2007 йылда терминал бинаһы ремонтлана. Аэропорт хужаһы булып АО «Таллин аэропорты» тора. 2009 йылда аэропорттың пассажирҙар ағымы 19 519 кеше тәшкил итә.

1945 йылдың авгусынан 1957 йылдың июленә тиклем аэродромда Кутузов орденлы Выборг 283-истребитель авиация полкының Як-9, МиГ-15 һәм МиГ-17 самолеттары бында төпләнеп тора. Улар Ҡыҙыл байраҡлы Пушкин исемендәге 275-се истребитель авиация дивизияһы составында булған.

Һауа юлдары һәм йүнәлештәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Авиакомпания Тәғәйенләнеш пункттары



Transaviabaltika Таллин
LFH — Harle Friesland Luftverkehr Рухну (миҙгелле рейстар)
  • Информация об аэропорте EEKE с сайта World Aero Data.
  1. https://www.tallinn-airport.ee/ettevottest/tallinna-lennujaama-tutvustus/