Нина Кустурица
Нина Кустурица | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Австрия |
Тыуған көнө | 1975[1] |
Тыуған урыны | Мостар[d], Герцеговино-Неретвенский кантон[d] |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, сценарий яҙыусы, кинопродюсер, монтажёр |
Уҡыу йорто | Венский университет музыки и исполнительского искусства[d] |
Рәсми сайт | littlealien.at/en_regie0… |
Нина Кустурица Викимилектә |
Нина Кустурица (нем. Nina Kusturica; 1975 йылда тыуған) — югославия сығышлы австрия кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер, документаль һәм нәфис фильмдарҙа эшләй.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1975 йылда югославия ҡалаһы Мостарҙа дирижёр Абид Кустурица һәм уның ҡатыны — театр актрисаһы Ратка Крстулович-Кустурицаның ғаиләһендә тыуған; киноактриса Здравка Крстуловичтың (Zdravka Krstulović) туғанының ҡыҙы.
Босния һәм Герцеговинаның баш ҡалаһы Сараевола үҫкән. Вена музыка һәм башҡарыу сәнғәте университетында, уның институтында — Вена киноакадемияһында (Filmakademie Wien) Петер Патцак (Peter Patzak) етәкселегендә режиссура өйрәнә.
Күп кенә милли һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә: Берлин йәштәр киноһы халыҡ-ара форумында, Мар-дель-Плата халыҡ-ара кинофестивалендә, Роттердам халыҡ-ара кинофестивалендә, Макс Офюльс Кинофестивалендә, Сан-паулу һәм Лидс халыҡ-ара кинофестивалендә, Хоф халыҡ-ара кинофестивалендә (Internationale Hofer Filmtage) һәм башҡаларҙа ҡатнаша.
Австрия баш ҡалаһы Венала йәшәй һәм эшләй. Уҡытыусы хеҙмәте һәм лекциялар менән шөғөлләнә — Австрияла ла, сит илдәрҙә лә кино, режиссура һәм актёр оҫталығы буйынса төрлө университеттар һәм институттарҙа семинарҙар, лекциялар, практикумдар үткәрә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙенең тәүге тулы метражлы «Auswege» (2003) фильмында Нина Кустурица йорт көсләүенән зыян күргән өс ҡатын тураһында һөйләй. 2004 йылғы Берлин кинофестивалендә фильм йәш кино номинацияһында бүләкләнә.
Ул 2009 йылда уның «Little Alien»[2] документаль фильмы бер нисә халыҡ-ара кинофестивалендә күп һанлы наградаларға лайыҡ була.
2018 йылда «Ciao Chérie»[3] тулы метражлы нәфис фильмы Хоф халыҡ-ара кинофестивалендә «Австрия киноһы» номинацияһында күрһәтелә, ә 2019 йылдың ғинуарында иң яҡшы монтаж ҡоролғаны өсөн Австрия кинопермияһына лайыҡ була.
Һайланма фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1997 йыл — Speak Easy (ҡыҫҡа метражлы фильм)
- 1998 йыл — Ich bin der neue Star (документаль фильм)
- 1999 йыл — Wishes (ҡыҫҡа метражлы фильм)
- 1999 йыл — Lesen macht Tot (нәфис фильм)
- 2000 йыл — Draga Ljiljana (документаль фильм)
- 2001 йыл — Der Freiheit (ҡыҫҡа метражлы фильм)
- 2002 йыл — Laut und deutlich (документаль фильм)
- 2003 йыл — Auswege (нәфис фильм)
- 2004 йыл — 24 Wirklichkeiten in der Sekunde — Michael Haneke im Film (документаль фильм)
- 2005 йыл — Kotsch (нәфис фильм)
- 2007 йыл — Auf dem Strich — Paul Flora im Film (документаль фильм)
- 2007 йыл — Vienna’s Lost Daughters (документаль фильм)
- 2009 йыл — Little Alien (документаль фильм)
- 2013 йыл — Schlagerstar (документаль фильм)
- 2017 йыл — Ciao Chérie (нәфис фильм)
Театр эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2015 год — Pappà Leone
- 2018 год — Erschlagt die Armen!
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #138817103 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Little Alien | Film von Nina Kusturica
- ↑ Ciao Chérie | Film von Nina Kusturica