Эстәлеккә күсергә

Күгәръянған

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күгәръянған
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе

Күгәръянған рус. Кугаръянган) — Рәсәй Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Красносакмарск ауыл Советындағы [1] иҫтәлекле ваҡиғаға бәйле биләм.

Иҫтәлекле биләм Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы 2016 йылға тиклем Красносакмарск ауыл Советы биләмәһендә (хәҙер Ҡыуандыҡ ҡала округы) Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы Бохарсы йылғаһының уң ярында, хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан Ҡәйеп[2] ауылынан 2 саҡрым түбәндәрәк урынлашҡан[3].

Ырымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында яҙғанса, был атама тураһында һөйләгән информатор уның башҡорт телендәге «күк айғыр янған» тигән һүҙҙәрҙән хасил булған, тип аңлатҡан. Моисеев был аңлатмаға шик менән ҡарай, әммә уңышлыраҡ аңлатма табып булманы, ти[3].

Ысынлап та, урыҫ теленә һүҙмә-һүҙ тәржемә — «Сгоревший сивый жеребец» башҡорт телен һәм йылҡысылыҡ серҙәрен белмәгән кешелә шик уятырлыҡ шул. Мәгәр башҡорт телендә «ат яныу» төшөнсәһе бар, 2 томлыҡ "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә «Яныу» һүҙенең бер нисә мәғәнәһе бирелә. Улар араһында ат яныу күренеше тураһында ла аңлатма бар: Шәп, ҡыҙыу сабып, ныҡ тирләп килгән йылҡы малына ҡапыл һыу эсереп, малдың зыянлауын йәки ныҡ ауырыуын аңлата был төшөнсә[4][5].

Ат яныу күренеше урыҫ телендә опóй тип атала[6]

  1. (2016 йылдан ауыл Советы статусы бөтөрөлгән, ә үҙәге - Красносакмарск ауылы - Ҡыуандыҡ ҡала округына инә)
  2. Об ЗАКОН ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ Об упразднении населенных пунктов. Принят Законодательным Собранием области 16 февраля 2005 года
  3. 3,0 3,1 Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 794-се бит
  5. Кугаръянган (Кугаръян), урочище на правобережье Бухарчи в 2 км ниже д. Каипово. Один из информаторов связывает название с башкирскими словами кук — «сивый (о масти лошади)», айгыр — «жеребец», янган — причастие прошедшего времени от глагола яныу — «гореть», «сгореть». В целом получается довольно сомнительное построение. Тем не менее, более удачного объяснения подыскать пока не удалось — Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
  6. ПОЧЕМУ ЛОШАДЬ НЕЛЬЗЯ ПОИТЬ СРАЗУ ПОСЛЕ СКАЧКИ?
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 794-се бит
  • Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1