Күкҡашҡа (йылға)
Күкҡашҡа | |
Ҡайҙа ҡоя | Тара[d] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Күкҡашҡа — рус. Кукашка, Куккашка — Башкортостандың Белорет районындағы йылға, Тараның уң ҡушылдыгы.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күкҡашҡа йылғаһы Белорет районы Йәшғорт тауының көнсығыш итәгендә башлана, көньяк йүнәлештә аға, түбәнге ағымда көнбайышҡа табан борола. Тара йылғаһына үҙе кеүек үк Күкҡашҡа тип аталған ҡасаба янында барып ҡоя. Буйынан-буйына тиерлек ҡарағай урманы аша аға.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәйгәште, Күкҡашҡа һәм Тара йылғалары араһында өс тау-мәғдән ятҡылығы табыла[1]. Шуларҙы сығарыу өсөн ике ҡасаба — Тара һәм Күкҡашҡа төҙөлә. Икеһе лә гидронимдан алынған.
Күкҡашҡа гидроним буйынса инде мәғдәнселәр ҡасабаһы Күкҡашҡа тип атала башлаған[2]
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттар йыш ҡына топонимдарҙы ниндәйҙер ваҡиғаға бәйләп сығарған. Белорет районында, мәҫәлән, айғыр осҡан ҡая ваҡиғаһы ваҡыт уҙыу менән Айғыр ауылы атамаһы булып һаҡланып ҡалған. Айыу баҫҡан урын Баҫҡан ауылына исем биргән.
Күк ҡашҡа — йылҡы малы билдәһе, был мал исеме лә, сифатын белдергән ҡушамат булыуы ла ихтимал. Шуға күрә гидроним ошондай малҡай менән булған ваҡиғаға бәйле килеп сыҡҡандыр тип ышаныс менән әйтергә була. Атамаһының килеп сығышы зооним булыуында шик юҡ.
Рәсәй һәм совет лингвисы Александр Константинович Матвеев былай тип яҙа:
Башкирское словосочетание "кук кашка" переводится «сивое пятно». Название могло быть дано за характерное изменение цвета какой-либо части горы, причем сравнение извлечено из арсенала коневодческой терминологии. Однако в «Словаре топонимов Башкирской АССР» упоминается река Куккашка, название которой восходит к зоониму. Это позволяет предполагать перенос наименования на горную вершину со смежного объекта. |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Тахаев, Халил Янович. Природные условия и ресурсы Башкирской АССР. — Уфа: Башкнигоиздат, 1959. — С. 296. — 80 с.
- ↑ Сост. А. А. Камалов, Р. З. Шакуров, З. Г. Ураксин, М. Ф. Хисматов; Под ред. А. А. Камалова (отв. ред.) и др. Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1980. — С. 106. — 199 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Матвеев А. К. От Пай-Хоя до Мугоджар: Названия уральских хребтов и гор. — Свердловск: Сред.-Урал. кн. изд-во 1984. — 272 с.
- Тахаев, Халиль Янович. Природные условия и ресурсы Башкирской АССР [Текст] : Экон.-геогр. характеристика / Акад. наук СССР. Башкир. филиал. — Уфа : Башкнигоиздат, 1959. — 296 с., 4 л. карт. : ил., карт.; 23 см.
- Сабир ШӘРИПОВ. Картала ҡалырһыңмы, Баҡый? 2018 йыл 6 октябрь архивланған.//«Башҡортостан» гәзите, 01.08.2012