Күк Түбә (археологик ҡомартҡы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Күк Түбә
Урынлашыу Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы һәм Баймаҡ районы

Күктүбә тораһы (рус. стоянка Кок-Тобе), Башҡортостан Республикаһының неолит мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[1].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күктүбә тораһы — б.э.т. VI мең йыллыҡ ахырынан V мең йыллыҡ башына ҡараған неолит осоро археологик ҡомартҡыһы.Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Байыш ауылынан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Был урында Ибраһим (Күктүбә) тигән ауыл урынлашҡан булған, табылған тораға шул исемде биргәндәр.

Был урында боронғо кешеләрҙең таш эшкәртеү оҫтаханаһы булған. Ҡомартҡы майҙаны 6 мең м2 самаһы.

Табылдыҡтар араһында кремнийҙан һәм ғоро-йәшел йәшмәнән яһалған призма рәүешле нуклеустар, бысаҡ рәүешле пластиналар, телгестәр, ватҡыстар һәм ҡырғыстарҙан, пластиналарҙан яһалған ҡоралдарҙан һәм башҡаларҙан тора.

Ҡомартҡы материалдары Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге фондында һаҡлана.

Асыш тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1996 йылда Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы Ғилми-производство үҙәгенең археологик экспедицияһы тарафынан өйрәнелә. Был табыш тураһында археолог А. Ф. Яминов Башҡорт энциклопедияһына мәҡәлә әҙерләй[2].

1995 йылдан археологик экспедициялар Көйөргәҙе, Мәләүез, Баймаҡ, Хәйбулла һәм башҡа райондар территорияһында тарихи һәйкәлдәрҙе ҡотҡарыуға йүнәлтелгән ҡаҙыныу эштәре үткәрелә. Эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә палеолиттан урта быуаттарға ҡәҙәре ҙур материал алынды. Археологтар В. А. Иванов, И. В. Денисов, С. В. Сиротин, Н. А. Фокеев һәм А. Ф. Яминов тырышлығы менән палеолиттан алып урта быуаттарға тиклем коллекциялар фонды тупланған. Тап ошо эҙләнеүҙәр ваҡытында боронғо таш эшкәртеү оҫтаханаһы табыла ла инде[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.