Эстәлеккә күсергә

Күк мәҙрәсә (Сивас)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күк мәҙрәсә
Нигеҙләү датаһы XIII быуат
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Сивас[d]
Карта
 Күк мәҙрәсә Викимилектә

Күк мәҙрәсә (төр. Gök Medrese; туранан -тура тәржемәлә: «һауа мәҙрәсәһе» йәки «күк мәҙрәсә»), шулай уҡ Сәхәбиә мәҙрәсәһе булараҡ танылған (төр. Sahibiye Medresesi), — Сивас (Төркиә) ҡалаһындағы XIII быуат мәҙрәсәһе.

Мәҙрәсә вәзир һәм 1277 йылда йылда вафат булған Первандан һуң, Конья солтанатында хакимлыҡ иткән Сахиб Ата теләге буйынса төҙөлгән, 1271 йылға ҡәҙәр ул Перван менән яҡшы мөнәсәбәттә булған. Сахиб Ата ихтыяры буйынса Анатолияла бик күп мәҙрәсәләр төҙөлгән. Күк мәҙрәсәһе — шуларҙың иң мөһабәттәренең береһе. Мәҙрәсәнең Сахибиә тигән төп исеме Сахиб Ата исеме менән бәйле барлыҡҡа килгән. Биҙәү эштәрендә зәңгәр («күк») төҫтәге кафель ҡулланғанлыҡтан, ҡоролма Күк мәҙрәсә тигән исем аҫтында танылыу ала.

Мәҙрәсә Коньянан булған Калоян[1] тигән билдәле архитектор проекты буйынса төҙөлә. Башта был бина ике ҡатлы буласаҡ. тип күҙаллана. Ул шулай уҡ хаммам (төрөк мунсаһы) һәм 30 кешелек ашхананы ла үҙ эсенә ала. Бөгөнгө көнгә беренсе ҡаттағы 13 бүлмә генә һаҡланып ҡалған. Күк мәҙрәсә 1883 йылда яңынан төҙөкләндерелә һәм 1926 йылға ҡәҙәр тәғәйенләнеше буйынса ҡулланылғанған[2].

Бинаның һәр ике яғынан 25 метрлыҡ ике бейек манараһы бар. Ҡоролмалар киңлеге 31,25 метр тәшкил итә. Эске ихатаһының майҙаны — 14,40 х 24,25 метр. Бина мәсеткә (намаҙ уҡыу залы) һәм уҡыу бүлмәләренә бүленгән.

Урта быуаттарҙа ислам илдәрендә ваҡыф мосолман дини учреждениелары өсөн килем сығанағы булып торған, уға фондтарҙы файҙаланыу һәм уның эшмәкәрлеген көйләү, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр тотоу өсөн кәрәкле булған бөтә мөмкинлектәре бирелгән була. Күк мәҙрәсә өсөн килем сығанағы булып 85 баҙар, туғыҙ ауыл, ике ферма һәм башҡа сығанаҡтар хеҙмәт иткән.

  1. Arcnet 2012 йыл 30 ноябрь архивланған.
  2. http://eskidergi.cumhuriyet.edu.tr/makale/1290.pdf 2019 йыл 13 июль архивланған.  (төр.)(төр.)