Күс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айырылып сыҡҡан күс ағас ботағына һарыған

Күсбал ҡорттарының төп оянан айырылып сыҡҡан яңы ғаиләһе. Ул ҡарт инәнән йәки йәш инәнән, бер нисә тиҫтә мең эшсе ҡорттарҙан һәм бер нисә йөҙ әре ҡорттан тора. Күс менән бергә оялағы ҡорттарҙың 50-60-% ты бүленеп сыға. Тәүге айырылып сыҡҡан күс көслө була, күләме 2,5-3 кг етә. Күстәге ҡорттар тиҙ генә сағып бармай. Сөнки бөрләтәүҙәре 2-3 көнгә етерлек бал менән тулған була.

Умартанан айырылып сыҡҡан күс, яҡын-тирәләге уңайлы ергә һарый.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]