Күҙәбай (Граховский район)
Күҙәбай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Граховский район[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1978 |
Күҙәбай — электән Удмурт Республикаһының Грахов районы ауылы, 1978 йылдан Порым ауылының бер өлөшө.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Куҙәбай йылғаһының уң яҡ ярында, район үҙәге Грахов ауылынан көньяҡҡараҡ 2 км алыҫлыҡта һәм көньяҡта күрше Порым ауылына йәнәш урынлашҡан. Әлеге ваҡытта бөтөрөлгән ауыл, Порым ауылы составына Күҙәбай урамы булып инә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1859 йылғы X рәүиз материалдары йомғаҡтары буйынса ҡаҙна ауылы Әҙәм-Ятчи (Күҙебай) ауылында, Ҡара шишмә буйында урынлашҡан 31 йортта 261 кеше йәшәгән, һыу тирмәне эшләгән[1].
1921 йылға тиклем ауыл Вятка губернаһы Алабуға өйәҙе Граховский улусы составына ингән 1921 йылда Вот Автономиялы Округы барлыҡҡа килгән һәм ауыл Граховский улусы менән бергә Можгинский өйәҙеө составына күскән. 1924 йылдан алып 1963 йылға саҡлы ауыл Архангель ауыл советы составына ингән[2]. 1963 йылда Архангель ауыл советы бөтөрөлөп, Граховский ауыл советы составына инә.
Боронғо тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күҙәбайҙың тирә-яғы иртә урта быуатҡа ҡараған археологик ҡомартҡыларға бай. Ауыл Варзи йылғаһының бейек ярында, шишмәләргә бай ерҙә урынлашҡан. Ҡомартҡылар оя принцибы буйынса: нығытылған ултыраҡ (ҡаласыҡ) — ауыл тирәләй урынлашҡан. Улар эшкәртеүгә уңайлы булған йылға үҙәне ерҙәренә төшөп ултырғандар. Һәр ауыл төркөмө ҡаласыҡтан радиусы 5 километр булған майҙанда ултырған. Хәҙерге Күҙебай тирәһендә шундай өс төркөм бар. Мал үрсеткәндәр, бөртөклө культуралар сәскәндәр, һунарсылыҡ, тимер эшкәртеү һәм бронза ҡойоу менән шөғөлләнгәндәр. Әммә VIII быуатта кешеләр был ерҙәрҙе ташлап китә, һәм был һаман да аңлатып булмай торған серле бер әйбер булып ҡала.
Был ерҙәрҙе кешеләр яңынан үҙләштерә башлағандан һуң, был урын төрлө дини хөрәфәттәрҙе сағылдырыусы урынға сакральный әйләнә.
XVII быуатта уҡ изге сауҡалыҡта табыныуҙар ойошторолған тип фаразлана. Луд культын үҙ итеүселәр суҡындырылмаған удмурт булған. Инмар һәм Лудҡа табынғандар, ҡорбан ризығы әҙерләгәндәр, яҡшы һауа торошо булыуын һәм мул уңыш йыйып алыуҙы, ырыуҙың уңышлы тормош көтөүен теләгәндәр. Хәҙер бында доға ҡылыуҙар Петров көнөнә ҡаршы төндә үткәрелә. Культ урыны кәртәләп алынған.
Луд культ объекты ғына түгел, тәбиғәт һәйкәле лә. XX быуат башында бөтә ҡашлаҡ та ҡуйы урман менән ҡапланған булған тип һөйләйҙәр. Сауҡалыҡ һирәгәйгән. Бында мөһабәт 250 йәштән дә өлкәнерәк бәһлеүән имәндәр, йүкәләр, аҡ шыршы һәм башҡа ылыҫ ағастарынан торған урмандар үҫә. Бына шундай ял итеү һәм ғибәҙәт ҡылыу урыны[3].
1978 йылда Порым һәм Күҙәбай ауылдары бер Порым ауылына берләшә.
Күҙәбай ауылынан сыҡҡан кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ашальча Ока — удмурт шағирәһе (Векшина Акулина Григорьевна)
- Айво Иви — удмурт яҙыусы һәм йыр ижад итеүсе шағир, шағирә Ашальча Оканың туғаны.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]== Әҙәбиәт ==https://vk.com/wall-142505513_825 Тарих, сакраллек һәм тәбиғәт тураһында. Алла Долганова блогы
- Коллективная монография: Шутова Н. И., Капитонов В. И., Кириллова Л. Е., Останина Т. И. Историко-культурный ландшафт Камско-Вятского региона
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Списки населенных мест Российской империи. Том X. Вятская губерния. Список населенных мест по сведениям 1859—1873 годов.
- ↑ Сектор архивной работы Администрации МО «Граховский район». Фонд Р-6. Архангельский сельский Совет депутатов трудящихся Граховского района и его исполнительный комитет . ЦГА УР. Дата обращения: 24 апрель 2010. Архивировано 25 февраль 2010 года. 2010 йыл 25 февраль архивланған.
- ↑ https://vk.com/wall-142505513_825 Тарих, сакраллек һәм тәбиғәт тураһында. Алла Долганова блогы