Эстәлеккә күсергә

Күҙ төҫө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күҙ төҫө
Ҡайҙа өйрәнелә биология цвета[d]
 Күҙ төҫө Викимилектә
Күҙҙең төҫтәре градацияһы

Күҙ төҫө — күҙҙең төҫлө ҡатламы тышсаһы пигментацияһы менән билдәләнгән характеристика.

Күҙҙең төҫлө ҡатлам тышсаһы алғы — мезодермаль, артҡы —эктодермаль ҡатламдарҙан тора. Алғы ҡатлам тышҡы сик бүлегенән һәм строманан тора. Унда меланин һаҡлаған хроматофорҙар бүленгән. Күҙ төҫө был ҡатламда пигменттарҙың таралыу характерына бәйле. Артҡы ҡатламында күп фусцин тултырылған пигментлы күҙәнәктәр. Күҙҙәренең төҫөнә ҡарамаҫтан, альбиностарҙан башҡа, артҡы ҡатлам ҡара төҫтә. Бынан тыш, күҙҙең төҫлө ҡатлам тышсаһының ҡан тамырҙары һәм сүстәре роль уйнай[1][2].

Исемдәре рус телле фәнни әҙәбиәттә дөйөм ҡабул ителгән в. В. Бунак шкалаһына ярашлы бирелгән[3].

Күк күҙ

Күҙҙең коллаген сүстәрҙән торған төҫлө тышсаһы тамырҙарының тышҡы ҡатламы ҡара-зәңгәр төҫ менән айырылып тора[4]. Әгәр төҫлө тышсаһының тышҡы эктодермаль ҡатламы сүстәре бәләкәй тығыҙлыҡ менән айырылһа һәм меланин миҡдары аҙ булһа, ул күк төҫтә була. Күҙҙең төҫлө тышсаһында күк тә, зәңгәр ҙә пигменттар юҡ. Зәңгәр төҫ — стромда яҡтылыҡтың таралыуы һөҙөмтәһе[5][6]. Төҫлө тышсаның эске ҡатламы, тышҡыһынан айырмалы рәүештә, һәр ваҡыт меланинға бай һәм ҡара-көрән төҫтә[7]. Һөҙөмтәлә күҙгә төшкән яҡтылыҡ спектрының юғары йышлыҡтағы өлөшө стромдың томанлы мөхитендә таралыуға дусар була һәм кире сағыла, ә түбән йышлыҡтағы өлөшө төҫлө тышсаның эске ҡатламы тарафынан йотола. Строма тығыҙлығы бәләкәйерәк булған һайын, күк төҫ байыраҡ була[8]. Ғүмерҙәренең тәүге 3-6 айында күп кенә сабыйҙарҙың күҙҙәре күк йәки зәңгәр төҫтә була[4].

Зәңгәр күҙ

Күк төҫтәге күҙҙәрҙән айырмалы рәүештә, был осраҡта строманың коллаген сүстәренең тығыҙлығы юғарыраҡ. Аҡһыл йәки һоро төҫмөрлө булғанлыҡтан, төҫө күк түгел, ә зәңгәр булып күренә. Сүстәрҙең тығыҙлығы күберәк булған һайын, күҙҙең төҫө лә асыҡлана.

Күҙҙәрҙең зәңгәр төҫө — OCA2 һәм HERC2 гендарындағы мутацияның үҙ-ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһе, был генды йөрөтөүселәрҙең күҙҙәренең төҫлө ҡатламында меланин етештереү һәм ташыу кәмеүе арҡаһында[9]. Копенгаген университеты генетиктары тикшеренеүҙәре мәғлүмәттәре буйынса, был мутация яҡынса 6—10 мең йыл элек барлыҡҡа килгән[10].

Зәңгәр һәм күк күҙҙәр Европа халҡы араһында, айырыуса Төньяҡта, киң таралған[11]. Эстонияла халыҡтың 99 процентҡа тиклеме бындай төҫтә, Германияла — 75 %. Данияла 1970-се йылдарҙа ҡара күҙ төҫө 8 % ғына ине, ә хәҙер, миграция һөҙөмтәһендә, был һан 11 % тиклем артты[12]. 2002 йылғы тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, 1936—1951 йылдарҙа АҠШ-та тыуған европеоид халыҡ араһында күк һәм зәңгәр төҫлө күҙлеләр 33,8 % тәшкил итә, ә 1899—1905 йылдарҙа тыуғандар араһында был күрһәткес 54,7 % тәшкил итә[13]. 2006 йыл мәғлүмәттәре буйынса, хәҙерге аҡ американдар өсөн был һан 22,3 % тиклем кәмегән[14][15]. Яҡын Көнсығышта һәм Үҙәк Азияла, мәҫәлән, Ливанда, Сүриәлә, Иранда, Афғанстанда һәм Тажикстанда (тау тажиктары һәм Памир тажиктары араһында), төньяҡ Пакистанда ла күк һәм зәңгәр күҙҙәр осрай[16][17][18]. Улар йәһүд-ашкеназдарҙа ла таралған, мәҫәлән, украин йәһүдтәре араһында бындай төҫтәге күҙлеләрҙең һаны — 53,7 %[19].

Һоро күҙ

Һоро һәм зәңгәр күҙҙәрҙе билдәләү оҡшаш, шул уҡ ваҡытта тышҡы ҡатлам сүстәренең тығыҙлығы тағы ла юғарыраҡ һәм уларҙың төҫмөрҙәре һороға яҡыныраҡ. Әгәр тығыҙлығы бик ҙур булмаһа, күҙ төҫө һоро-зәңгәр булыр ине. Меланин йәки башҡа матдәләрҙең булыуы ҙур булмаған һары йәки көрәнһыу ҡатышма бирә. Һоро төҫ тышҡы ҡатлам сүстәрендә Ми сәселеүенә, рэлеевскийҙан айырмалы рәүештә, тулҡындың оҙонлоғона бәйле, тип фараз ителә; һәм эҙемтәһе булараҡ — күк йәки зәңгәр күҙҙәр осрағына ҡарағанда, күҙҙең төҫлө тышсаһынан сағылған яҡтылыҡ сығанаҡ спектрына яҡыныраҡ[20].

Һоро күҙҙәр Көнсығыш һәм Төньяҡ Европала күберәк таралған[21]. Шулай уҡ ул Иранда, Афғанстанда, Пакистанда[16][17][18] һәм Төньяҡ-Көнбайыш Африканың ҡайһы бер төбәктәрендә осрай[22].

Йәшел күҙ

Күҙенең йәшел төҫө меланиндың аҙ булыуы менән билдәләнә. Төҫлө тышсаһының тышҡы ҡатламында һары йәки асыҡ көрән төҫтәге липофусцин пигменты таралған. Стромала күк йәки зәңгәр төҫтөң таралып ултырыуы һөҙөмтәһендә йәшел төҫ барлыҡҡа килә. Күҙҙең тышса төҫө, ғәҙәттә, тигеҙ түгел һәм унда төрлө төҫмөрҙәр күп була[5]. Уны булдырыуҙа, бәлки, ерән сәсле ген роле уйнайҙыр[23].

Саф йәшел күҙҙәр бик һирәк осрай. Йәшел күҙлеләр Төньяҡ һәм Үҙәк Европала[24][25], һирәгерәк — Көньяҡ Европала осрай[21].

Исландия һәм Нидерландта өлкәндәрҙе тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, йәшел күҙле ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда йышыраҡ осрай[26].

Көрән-һары-йәшел күҙ

Төҫөнөң төрлө булыуына бәйле, был төҫтө бер төрлө атап булмағанлыҡтан, төрлөсә атала: көрән-һары-йәшел[27], көрән-йәшел йәки көрән-һоро тигән атамалар файҙаланыла[3]. Ҡатнаш төҫ булып тора. Яҡтыртыуға ҡарап, ул алтынһыу, көрән-йәшел, көрән төҫмөрлө була. Төҫлө тышсаның тышҡы ҡатламында меланин миҡдары уртаса, шуға күрә был төҫ меланоциттар биргән көрән төҫтәге комбинация һымаҡ, һәм күк йәки зәңгәр төҫ бирә[28][29]. Һары пигменттар ҙа булыуы мөмкин. Төҫө бер төҫмөрлө түгел, ә ярайһы уҡ төрлө[30]; күҙҙең төҫлө тышса периферияһы, ҡағиҙә булараҡ, йәшел-һоро төҫтә[3].

Һары күҙ

Һары күҙҙәр бер төҫмөрлө асыҡ һары-көрән төҫтә. Ҡайһы берҙә улар алтынһыу-йәшел йәки ҡыҙғылт-баҡыр төҫмөрлө була. Был шулай уҡ йәшел күҙҙәрҙә осраған липофусцин пигментын (липохром) тәшкил итә[30][31]. Һары күҙҙәр бик һирәк осрай. Был төҫлө тышсаның составында бик тоноҡ төҫтәге липофусцин пигменты (липохром) булған осраҡта ғына була[32]. Был кеше организмында инфекция барлығы тураһында шаһитлыҡ бирә ала.

Тигеҙ булмаған көрән төҫ.

Ҡара күҙ

Ҡуңыр (төркисә Шara — «ҡара») — күҙҙең көрән төҫө. Ҡуңыр күҙҙәр донъяла иң таралғаны.

Ҡара төҫлө тышсаның төҙөлөшө көрәнгә оҡшаш, әммә меланиндың концентрацияһы шул тиклем ҙур, хатта уға төшкән яҡтылыҡ тулыһынса тиерлек йотола. Ҡара төҫлө тышсанан башҡа, күҙ алмаһының төҫө һарғылт йәки һорғолт төҫтә булыуы мөмкин. Был тип тәү сиратта монголоид раса кешләре араһында, Көньяҡ, Көньяҡ-Көнсығыш һәм Көнсығыш Азияла таралған. Был төбәктәрҙә яңы тыуған балалар шундуҡ меланинға бай төҫлө күҙ тышсаһы менән тыуа.

Күҙҙең тыумыштан боҙолоуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күҙҙәрҙең төҫлө тышсаларының төрлө булыуы гетерохромия тип атала. Ул тулы — күҙҙәр төҫө буйынса тулыһынса айырылып торғанда йәки күҙҙең башҡа төҫлө тышсаһынан бер өлөшө генә айырылып торғанда — секторлы (өлөшләтә) була. Үҙәк гетерохромия шулай уҡ өлөшләтә булып тора — күҙ ике төҫтә: береһе күҙ ҡараһы тирәләй, икенсеһе күҙ бәбәге тамамланыуға табан, үҙәк гетерохромия башҡа төрҙәрҙән йышыраҡ осрай. Был күренеш бесәй һәм эттәрҙә кешеләргә ҡарағанда күпкә киңерәк таралған.

1909 йылда баҫылған И. И. Пантюхов тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре буйынса, XX быуат башында урыҫтарҙа күҙ төҫө бүленеше яҡынса түбәндәгесә була[33].

һоро ҡуңыр күк һәм зәңгәр ҡара һәм йәшел
50 % 25 % 20 % 5 %

1955—1959 йылдарҙа В. В. Бунак етәкселегендә антропологик экспедиция ойошторола, уның барышында РСФСР-ҙа 17 мең урыҫ кешеһе тикшерелә. Күҙҙәр төҫө Бунак шкалаһы буйынса билдәләнә. Киләһе һөҙөмтәләр ҙә бар ине[34].

Категория Асыҡ тип Күсеүле тип Ҡара тип Һайлау
Ир-аттар 44,75 % 49,66 % 5,59 % 8754
Ҡатын-ҡыҙҙар 42,07 % 50,72 % 7,21 % 8074
Барлығы 43,46 % 50,17 % 6,37 % 16828

Галерея цветов глаз

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. С. Н. Басинский, Е. А. Егоров. Клинические лекции по офтальмологии.
  2. Радужная оболочка глаза (радужка), строение. Дата обращения: 7 сентябрь 2012. Архивировано 19 октябрь 2012 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 Лоскутова, Ю. В. Возрастная изменчивость цвета и структуры радужки человека: диссертация на соискание учёной степени кандидата биологических наук / МГУ — М., 2013. — С. 13—14, 43—44. — 124 с.
  4. 4,0 4,1 Вит В.В. Строение зрительной системы человека. — Одесса: Астропринт, 2003. — ISBN 966-318-012-9.
  5. 5,0 5,1 Fox, Denis Llewellyn. Biochromy: Natural Coloration of Living Things (инг.). — University of California Press, 1979. — P. 9. — ISBN 0-520-03699-9.
  6. Mason, Clyde W. Blue Eyes (инг.) // Journal of Physical Chemistry (инг.)баш. : journal. — 1924. — Т. 28. — № 5. — С. 498—501. — DOI:10.1021/j150239a007
  7. Menon I. A., Basu P. K., Persad S., Avaria M., Felix C. C., Kalyanaraman B. Is there any difference in the photobiological properties of melanins isolated from human blue and brown eyes? (инг.) // Br J Ophthalmol (инг.)баш. : journal. — 1987. — Т. 71. — № 7. — С. 549—552. — DOI:10.1136/bjo.71.7.549 — PMID 2820463.
  8. Цвет радужки глаз. Дата обращения: 7 сентябрь 2012. Архивировано 19 октябрь 2012 года.
  9. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; goluboi төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  10. У всех голубоглазых людей был один общий предок. Дата обращения: 22 октябрь 2010. Архивировано из оригинала 17 март 2009 года.
  11. Blue eyes are increasingly rare in America – Americas – International Herald Tribune, New York Times (18 октябрь 2006). 7 март 2012 тикшерелгән.
  12. Weise, Elizabeth. (2008-02-05) More than meets the blue eye: You may all be related. Usatoday.com. Retrieved on 2011-12-23.
  13. Grant M. D., Lauderdale D. S. Cohort effects in a genetically determined trait: eye colour among US whites (инг.) // Ann. Hum. Biol. (инг.)баш. : journal. — 2002. — Т. 29. — № 6. — С. 657—666. — DOI:10.1080/03014460210157394 — PMID 12573082.
  14. Douglas Belkin. Don't it make my blue eyes brown Americans are seeing a dramatic color change. The Boston Globe (17 октябрь 2006).
  15. Belkin, Douglas. Blue eyes are increasingly rare in America – Americas, International Herald Tribune – The New York Times (18 октябрь 2006). 19 октябрь 2011 тикшерелгән.
  16. 16,0 16,1 Distribution of Bodily Characters. Pigmentation, the Pilous System, and Morphology of the Soft Parts
  17. 17,0 17,1 Day, John V. In Quest of Our Linguistic Ancestors: The Elusive Origins of the Indo-Europeans (инг.) // The Occidental Quarterly (инг.)баш. : magazine. — 2002. — Т. 2. — № 3. — С. 5—20.
  18. 18,0 18,1 Showcase IRAN (by various photographers). Amazing IRAN – A small peasant girl – Khorasan, Iran – Worldisround photo (недоступная ссылка — история). Worldisround.com. Дата обращения: 19 октябрь 2011. Архивировано 19 октябрь 2012 года.
  19. Maurice Fishberg. Jews, race & environment. — Transaction Publishers (инг.)баш., 1911. — ISBN 978-1-4128-0574-2.
  20. Lucy Southworth. Are gray eyes the same as blue in terms of genetics? (недоступная ссылка — история). Understanding Genetics: Human Health and the Genome. Stanford School of Medicine. Дата обращения: 19 октябрь 2011. Архивировано 19 октябрь 2012 года.
  21. 21,0 21,1 Herbert Risley, William Crooke, The People of India, (1999)
  22. Provincia: bulletin trimestriel de la Société de Statistique …, Volumes 16-17 By Société de statistique, d’histoire et d’archéologie de Marseille et de Provence p. 273 l’iris gris est celui des chaouias…
  23. Eye Color Explained
  24. Blue Eyes Versus Brown Eyes: A Primer on Eye Color 2012 йыл 8 декабрь архивланған. Ҡалып:Архивировано. Eyedoctorguide.com. Retrieved on 2011-12-23.
  25. Why Do Europeans Have So Many Hair and Eye Colors?. Cogweb.ucla.edu. Retrieved on 2011-12-23.
  26. Genetic determinants of hair, eye and skin pigmentation in Europeans. Retrieved on 2012-08-07.
  27. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; HrisPer төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  28. Huiqiong Wang, Stephen Lin, Xiaopei Liu, Sing Bing Kang Separating Reflections in Human Iris Images for Illumination Estimation (инг.) // Tenth IEEE International Conference on Computer Vision : journal. — 2005. — Т. 2. — С. 1691—1698. — ISBN 0-7695-2334-X. — DOI:10.1109/ICCV.2005.215
  29. Lefohn A., Budge B., Shirley P., Caruso R., Reinhard E. An Ocularist's Approach to Human Iris Synthesis // IEEE Comput. Graph. Appl.. — 2003. — Т. 23. — № 6. — С. 70—5. — DOI:10.1109/MCG.2003.1242384
  30. 30,0 30,1 Lefohn A., Budge B., Shirley P., Caruso R., Reinhard E. An Ocularist's Approach to Human Iris Synthesis // IEEE Comput. Graph. Appl.. — 2003. — Т. 23. — № 6. — С. 70—5. — DOI:10.1109/MCG.2003.1242384
  31. Larry Bickford Eye Color. Eyecarecontacts.com. Retrieved on 2011-12-23. 2010 йыл 23 октябрь архивланған.
  32. Русская Германия | 2013 | 7 | Почему у человека не бывает жёлтого цвета глаз
  33. А.Савельев. «Расовые типы Русского мира». Дата обращения: 1 апрель 2012. Архивировано из оригинала 20 июль 2013 года.
  34. Бунак В. В. Происхождение и этническая история русского народа по антропологическим данным. — М.: Наука, 1965. — 416 с. — (АН СССР. Труды института этнографии им. Н.Н. Миклухо-Маклая). — 2600 экз.

Рекомендуемая литература

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]