Эстәлеккә күсергә

Кәбирова Мәрйәм Шакир ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған


Кәбирова Мәрйәм Шакир ҡыҙы (7 апрель, 1955 йыл) — уҡытыусы, методист, йәмәғәт эшмәкәре, хеҙмәт ветераны.

Кәбирова Мәрйәм Шакир ҡыҙы 1955 йылдың 7 апрелендә Мәсетле районы Айып ауылында тыуған. 19631966 йылдарҙа Айып башланғыс мәктәбендә белем ала. 1967—1970 йылдарҙа Әбдрәхим һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый. 1970—1974 йылдарҙа Мәсәғүт педагогия училищеһында белем ала. 1974—1982 йылдарҙа Нуриман районы Ишморат ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. 1983—1991 йылдарҙа Әбдрәхим, Теләш, Оло Ыҡтамаҡ мәктәптәрендә башланғыс кластар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте укытыусыһы булып эшләй. 1991—2005 йылдарҙа Теләш мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 2005—2015 йылдарҙа Мәсетле районы мәғариф бүлегенә туған телдәр буйынса методист итеп күсерелә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2001 йылда «Минең ғаиләм — минең байлығым» район конкурсында еңеү яулайҙар. Мәрйәм Шакир ҡыҙы «Йыл уҡытыусыһы — 2004» район конкурсы призеры була. 20052015 йылдарҙа район ҡатын — ҡыҙҙар советы ағзаһы, 2010 йылдан Мәсетле районы башҡоттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы. «Зөбәржәт» район фольклор ансамбленың актив ағзаһы. 2020 йылда «Зөбәржәт» ансамбле Екатеринбург ҡалаһында үткән «Урал һандуғасы» регион — ара фольклор конкурсында 2 урын яуланылар. 2005—2015 йырдарҙа Мәсетле районы терминология комиссияһы ағзаһы була.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы (2009, 2015 йылдар)
  • Хеҙмәт ветераны (2012 йыл).
  • Нуриман районы мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы (1978 йыл)
  • Мәсетле районы мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы (1983, 1991, 1998 йылдар),
  • Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәтенең Почет грамотаһы (2002, 2008 йылдар)


  • Яндурина Г.Р. Прививает любовь к родному языку. — Мечетлинская жизнь. — Большеустьикинское, 2010.