Эстәлеккә күсергә

Көнсығыш Диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көнсығыш Диңгеҙе
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Көнсығыш
Урын LQ17[d]
Астрономик есем өҫтөндә Ай
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан обратная сторона Луны[d]
Оҙонлоҡ 294 km[1]
 Көнсығыш Диңгеҙе Викимилектә

Көнсығыш Диңгеҙе (лат. Mare Orientale) — айҙағы диңгеҙ, Айҙың Ерҙән күренгән ярымшарының көнбайыш сигендә урынлашҡан.

Көнсығыш Диңгеҙе күп ҡулсалы удар бассейнда — ҙур тиҙлектә һәм ғәйәт ҙур көс менән астероид килеп төшөүҙән хасил булған гигант кратерҙа ята. Был бассейдың төп ҡулсаһының диаметры — 930 километр самаһы, үҙәгенең координаттары — 19°54′ ю. ш. 94°42′ з. д. / 19,9° ю. ш. 94,7° з. д. / -19.9; -94.7G. Уның йәше аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә ул Ямғырҙар Диңгеҙе бассейнынан һуңыраҡ, йәғни 3,85 млрд йыл элек барлыҡҡа килгән, тип фаразлана. Иртә имбрий һәм һуңғы имбрий дәүерҙәренең сиктәре Көнсығыш Диңгеҙе хасил булған мәлдән алып иҫәпләнелә (бассейндың үҙен һәм уның өҫтөнән сығып ятҡан ташламаларҙы беренсе осор менән бәйләйҙәр).[2]

Ай диңгеҙҙәренең күпселегендәге бассейндарҙан айырмалы рәүештә Көнсығыш Диңгеҙе бассейны ҡатҡан базальт лаваһы менән бер аҙ ҡапланған, шуға ла уның морфологик структураһын күҙәтергә мөмкин. Диңгеҙҙең үҙәк өлөшө йоҡа ғына базальт ҡатламы менән көплө (ҡалынлығы яҡынса 1 км тирәһе), йәғни ерҙән күренгән ярымшарҙағы башҡа ай диңгеҙҙәренә ҡарағанда ҡеүәте түбәнерәк. Диңгеҙ бассейнын барлыҡҡа килтергән бәрелеү ай ҡабығында өс үҙәктәш йыйырсыҡлы ҡатламдарҙың хасил булыуына сәбәпсе була. Ғәйәт ҙур удар кратерҙың эске теҙмәләре Рук тауҙарынан ғибәрәт, диаметры 930 км булған тышҡы сылбыр Кордильер тауҙарын барлыҡҡа килтерә. Бәрелеш һөҙөмтәһендә тышҡа сығарылған тау тоҡомдары тупаҫ һуйырташтарҙан тора һәм, Кордильерҙың тышҡы битләүҙәрендә башланып, төрлө тарафҡа 500 км тиклем алыҫлыҡҡа барып етә, диңгеҙ үҙәгенә йыйылған нур рәүешендәге һыҙаттар хасил була.

Ай өҫтөндә диңгеҙ ҡапма-ҡаршы урынлашҡан нөктәлә Край Диңгеҙе урынлашҡан.

Көнсығыш Диңгеҙе бассейнындә шулай уҡ Яҙ Күле бар, уны айҙағы базаны төҙөү урындарының береһе тип ҡарарға мөмкин[3].

Диңгеҙҙең хәҙерге атамаһын немец астрономы Юлиус Генрих Франц Der Mond (1906) китабында тәҡдим итә. Әммә инглиз һәүәҫкәр астрономы Патрик Мур аҙағыраҡ On the Moon китабында был атаманы 1946 йылда тәҡдим итеүе хаҡында белдерә. 1960-сы йылдарҙа был төбәктәең фотографик һүрәте алына, уның буйынса Көнсығыш Диңгеҙе Айҙың киҫкен рәүештә икенсе бер күк есеменә барелеүе һөҙөмтәһендә хасил булған кратерҙа ята тип фаразлау мөмкинлеген бирә.

Диңгеҙгә исем бирелгән йылдарҙа астрономияла Айға ҡағылышлы исемдәр биреүҙә икенсе төрлө система ҡулланыла. Әммә һуңыраҡ, 1961 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы ҡабул иткән ҡарарға ярашлы Көнсығыш Диңгеҙе Айҙың күренгән ярымшарының көнбайыш сигендә урынлашҡан тип таныла.

  1. http://planetarynames.wr.usgs.gov/Feature/3685Международный астрономический союз.
  2. Tanaka K. L., Hartmann W. K. Chapter 15 – The Planetary Time Scale // The Geologic Time Scale / F. M. Gradstein, J. G. Ogg, M. D. Schmitz, G. M. Ogg. — Elsevier Science Limited, 2012. — P. 275–298. — ISBN 978-0-444-59425-9. — DOI:10.1016/B978-0-444-59425-9.00015-9.
  3. Burgess, Eric. Outpost on Apollo's moon. — Columbia University Press, 1993. — С. 199. — ISBN 0231076665.