Көньяҡ Огайола хикәйәләүселәр фестивале

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көньяҡ Огайола хикәйәләүселәр фестивале
Рәсми тел инглизсә
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Огайо
Ваҡиға йышлығы 1 йыл

Огайоның көньяғында телдән бәйән итеүселәр фестивале (ингл. АҠШ-тың Огайо штатында, Чилликоти ҡалаһында Хеҙмәт көнө байрамынан һуң, кесаҙнанан шәмбегә хәтле, йыл һайын уҙғарылып килгән телдән бәйән итеүселәр фестивале. Бөтә илдән илгән сәсәндәр үҙҙәренең яратҡан әҫәрҙәре менән меңәрләгән уҡыусылар һәм тарих һөйөүселәр алдында сығыш яһай. Фестивалде уҙғарыу менән урындағы коммерцияға ҡарамаған ирекмәндәр һәм хикәйәселәр ойошмаһы шөғөлләнә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көньяҡ Огайолағы сәсәнлек тамырҙары тарихы АҠШ-тың төп халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәренә барып тоташа. Штаттың көньяғында йәшәгән шауни һәм минго ҡәбиләләре, быуындан-быуынға тапшырылып килгән хикәйәттәре аша тарихты һаҡлаған. Артабан был урында йәшәй башлаған пионерҙарҙың да үҙҙәренең ата-бабалары тураһында хикәйә һөйләү традициялары булған. Шулай уҡ ер аҫты тимер юлы буйлап бер төркөм булып барыусы сәйәхәтселәр ҙә, юлды ҡыҫҡартыу маҡсатында, төрлө тарихтар һөйләргә яратҡан.

Урындағы хикәйә оҫтаһы һәм эшҡыуар Билл Маккелл бер ваҡыт Сәсәндәрҙең милли фестивалендә һәм шуға оҡшш Кентукки фестивалендә ҡатнашҡан Огайола быға саҡлы ундай саралар үткәрелмәгәнлектән, Маккелл урындағы ирекмәндәр комитетын етәкләй, ойоштороу эше планын төҙөй, гранттар һәм иғәнәләр алыуға өлгәшә. Чилликотиҙа телдән бәйән итеү буйынса беренсе фестиваль (Огайо штатының тарихи баш ҡалаһында) 2004 йылда ойошторола[1].

Бер нисә йыл дауамында фестиваль төрлө майҙансыҡтарҙа: тҡала еатрында, китапханала, Беннет-һолл лекторийында, Огайо университеты филиалында, парк Йоктанги паркында һ. б. урындарҙа үтә.

Фестиваль[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фестиваль кесаҙна кисендә сәсәндәрҙе рәсми ҡабул итеүҙән башлана һәм концерт менән асыла. Йома көндө меңәрләгән студент һәм уҡыусылар сығыштарҙы тыңлай. Кемдәр Чилликотиға килеп етә алмай, видеоконференция ярҙамында ҡатнаша. 2009 йылдан башлап телдән бәйән итеүселәр йома кисендә өрәктәр хаҡында һөйләйҙәр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Mickell, Bill. Building a Storytelling Festival from the Ground Up. The Art of Storytelling Show. 20 June 2007. Retrieved on 3 February 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]