Лалибэла
Лалибэла | |
Дәүләт | Эфиопия |
---|---|
Административ үҙәге | Загуэ[d] |
Административ-территориаль берәмек | Lasta[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2500 метр |
Лалибэла Викимилектә |
Лалибэла (ҡайһы берҙә Лалибела) — Эфиопияның төньяғындағы ҡала, ташта соҡоп эшләнгән христиан сиркәүҙәре менән билдәле. Лалибэлала Эфиопияның урта быуат цивилизацияһы һәм һуңғы 500 йыл цивилизацияһының күпселек өлөшө һаҡланған[1]. Ил халҡының хаж ҡылыу үҙәге Аҡсумдан генә ҡалышҡан илдең изге урындарының береһе. Аҡсумдан айырмалы рәүештә, Лалибэланың бөтә халҡы тиерлек Эфиопия православие сиркәүенең христиандары булып тора.
Эфиопия IV быуаттың беренсе яртыһында православие динен ҡабул иткән тәүге илдәрҙең береһе була, һәм уның тарихи тамырҙары апостолдарҙың ваҡыты менән билдәләнә. Сиркәүҙәр үҙҙәре VII—XIII быуаттарға ҡарай һәм ғәҙәттәгесә Загве батшаһы Гебре Мескель Лалибэла хакимлығы менән билдәләнә (1181—1221 йй. тирәһе)[2].
Лалибэлала төп биналарҙың урынлашыуы һәм атамалары, айырыуса урындағы руханиҙар тарафынан, Иерусалимды символик күрһәтеү булараҡ киң танылған. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер эксперттар әлеге сиркәү формаларын 1187 йылда Иерусалимды мосолмандар башлығы Саладин баҫып алғандан һуң үткән йылдар тип билдәләй[3].
Ҡала диңгеҙ кимәленән 2500 метр бейеклектәге Амхара төбәгенең Сымен-Уолло зонаһында урынлашҡан. Ҡала Ласта провинцияһының (вореданың) үҙәге булып тора, бығаса Бугна провинцияһының бер өлөшө була. Таш сиркәүҙәр 1978 йылда Бөтә донъя мираҫы объекты тип иғлан ителә[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Изге Гебре Мескель Лалибэла идараһында (XII быуат аҙағында — XIII быуат башында Эфиопия менән хакимлыҡ иткән Загве династияһына ҡарай) хәҙерге Лалибэла ҡалаһы Роха исеме менән билдәле була. Тәҡүә батша үҙенең исемен, риүәйәт буйынса, үҙен тыуғас уратып алған бал ҡорто күсе ярҙамында алған. Уның әсәһе быны Эфиопия батшаһы буласағы хаҡында билдә тип иҫәпләй. Хәҙерге ҡалалағы ҡайһы бер урындарҙың атамалары һәм тотош ташта уйып яһалған сиркәүҙәрҙең дөйөм төрө Лалибэланың Иерусалимда һәм Изге ерҙә йәш сағында күргән бина атамаларын һәм йөҙөн ҡабатлай, тиҙәр.
Лалибэла, Иерусалим күреп, мосолмандарҙың 1187 йылда иҫке Иерусалимды баҫып алыуына яуап итеп, үҙенең баш ҡалаһы кеүек яңы Иерусалим төҙөргә тырыша. Тап шуға күрә ҡаланың күп кенә объекттары Изге Яҙмаға нигеҙләнгән исемдәрҙе йөрөтә: хатта ҡалала аҡҡан йылғаны ла Иордан тип атайҙар. Ҡала XII быуат аҙағында һәм XIII быуатта Эфиопияның баш ҡалаһы булып ҡала.
Был сиркәүҙәрҙә Европа кешеләренән тәүгеләрҙән булып Португалияның сәйәхәтсеһе Перу да Ковильян күрә (1460—1526).
Лалибэла ҡалаһында булып киткән тәүге европалылар иҫәбендә Португалия руханийы Франсишку Альвареш (1465—1540) була, ул 1520-се йылдарҙа Португалия илсеһе Либнэ Дынгылде оҙатып йөрөй.
Рамузо (Ramuso) был ғибәҙәтханаларҙың планын Альварештың 1550 йылғы китабына индерһә лә, уға кем һүрәттәр биргәне билдәһеҙ. Лалибэлала булған тағы бер европалы Мигель де Кантаньосо була, ул Криштован да Гама етәкселегендәге һалдат булып хеҙмәт итә һәм 1544 йылда Эфиопиянан күсеп китә[4]. Сираттағы европалы Герхард Рольфс 1865 һәм 1870 йылдар араһында Лалибэлала булып ҡайтыуға де Кантаньосонан һуң 300 йылдан ашыу ваҡыт үтә.
Шиһабетдин әд-дин Әхмәттең «Футухать әл-Хабаш» (ғәр. فتوح الحبشة — «Абиссинияны баҫып алыу») ярашлы, Әхмәт Грань үҙенең Эфиопияға баҫып инеүендә Лалибэланың ҡорамдарының береһен яндыра[5]. Әммә Ричард Панкхерст был ваҡиғаға скептик ҡарашта була, һәм, Сихаб ад-Дин Әхмәд килтергән монолит сиркәүҙе («Ул тауҙан уйылған. Уның колонналары ла тауҙан ҡырҡып алынған») ентекле һүрәтләүгә ҡарамаҫтан, бер генә сиркәү телгә алына, тип билдәләй[5]). Панкхерст былай тип өҫтәй: «Лалибэла (барлыҡ туристарға билдәле булыуынса) нимәһе менән айырыла, был унда бер үҙе генә түгел, ә 11 таш сиркәү булыуы менән айырыла —өҫтәүенә, уларҙың барыһы ла бер-береһенән ике аҙымда ғына!». Панкхерст шулай уҡ, 1531 йылдың июленән сентябренә тиклемге осорҙа Әхмәд Грандең был районды емереүен иҫкә алған Батша хроникалары (Royal Chronicles), был ҡаланың легендар сиркәүҙәрен имам тарафынан емрелеүе тураһында бер ни ҙә һөйләмәй[6]. Ул үҙенең аргументтарын, әгәр Әхмәд Грань Лалибэлала берәй сиркәүҙе яндырһа, моғайын, ул Бете Медхане Алем сиркәүе булыр ине, тигән раҫлау менән тамамлай. Әгәр мосолман ғәскәре яңылышһа йәки урындағы халыҡ яңылыш һөйләһә, уның тарафынан яндырылған сиркәү «Лалибэланан көнсығыштараҡ 10 миль алыҫлыҡта, уның шулай уҡ тауҙан уйып яһалған колоннадаһы булған» Ганната Мәрйәм сиркәүе булыр ине[7].
Сиркәүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Провинциялағы был ҡаласыҡ бөтә донъяға монолит сиркәүҙәре менән дан тота, улар ҡая архитектураһы тарихында мөһим роль уйнай. Сиркәүҙәрҙең датаһы теүәл булмаһа ла, уларҙың күбеһе Лалибэла идара иткән осорҙа, атап әйткәндә, XII—XIII быуаттар дауамында төҙөлгән тип иҫәпләнә. Дүрт төркөмгә берләшкән 11 сиркәү иҫәпләнә:
Төньяҡ төркөм: Бет Медхан Алем, тәре Лалибэла тәреһе урыны, донъялағы иң эре һаналған монолит сиркәү, бәлки Аҡсумдағы Изге Мария Сионская сиркәүе күсермәһе. Бете-Марьям (бәлки, был сиркәүҙәрҙең иң боронғоһо), Бете-Голгофа (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, унда Лалибэла батшаһының ҡәбере урынлашҡан), Селассия часовняһы һәм Әҙәм ҡәбере менән тоташа.
Көнбайыш төркөм: Иң нәфис һәм иң яҡшы һаҡланған Бет Гиоргис сиркәүе.
Көнсығыш төркөм: Бет Амануэль (бәлки, элекке батша часовняһы), Бет Меркориос (элек ул төрмә булыуы мөмкин), Бет Абба Либанос һәм Бет-Лехем менән тоташҡан Бет-Габриэль-Руфаэль (бәлки, элекке батша һарайы).
Тағы ла арыраҡ Ашетан Марьям монастыры һәм Йимрехане Кристос сиркәүе (күрәһең, аҡсум стилендә XI быуатта төҙөлгән, әммә мәмерйәлә) урынлашҡан.
Әммә ҡайһы бер сиркәүҙәрҙең төҙөлөү ваҡытына ҡағылышлы төрлө фекерҙәр бар. Дэвид Бакстон (David Buxton), «уларҙың икәүһе, Дэбре-Дамолағыса деталдәрҙә, традицияларҙа ҙур аныҡлыҡ менән, Йемрехан Кристоста үҙгәрештәр менән килә.[8]» тип билдәләп, дөйөм танылған хронологияны ҡуя. Был ҡоролмаларҙы киҫеп алыуға Лалибэла батша идараһының бер нисә тиҫтә йылына ҡарағанда күберәк ваҡыт талап ителгәс, Бакстон, эш XIV быуатта ла дауам итә, тип уйлай[9]. Әммә Дэвид Филлипсон (David Phillipson), Кембридж университетының Африка археологияһы уҡытыусыһы, Меркориос, Габриэль-Руфаэль һәм Данагель сиркәүҙәрен башта биш йөҙ йылға алдараҡ нығытма кеүек йәки Аҡсум батшалығы байыған көндәрҙә башҡа һарай ҡоролмалары сифатында ҡаяла уйып эшләгәндәр, тип фараз итә[10]. Икенсе яҡтан, урындағы тарихсы Гетачеу Мэконнен (Mekonnen Getachew) батшабикә Маскаль Кибраға (Kibra Masqal), Лалибэланың ҡатынына, иренең вафатынан һуң мемориал сифатында иренә ҡаяла сиркәү ҡоролмаларының береһен (Абба Либанос) эшләүҙе ҡайтарып ҡалдыра[11].
Грэм Хэнкок тибындағы авторҙар тарафынан яҡланған теорияларға ҡаршы, Лалибэла сиркәүҙәренең ҡаяға төшөрөлгән мөһабәт биналары тамплиерҙар ярҙамында төҙөлмәгән — уларҙың тик урта быуаттарҙағы эфиоп цивилизацияһы тарафынан төҙөлгәненә бик күп дәлилдәр бар. Мәҫәлән, Бакстон «Абиссиндар сит ил кешеләре ярҙамына ошо монолит сиркәүҙәр төҙөлөшө өсөн мөрәжәғәт иткән» тигән традицияларҙың барлығын билдәләһә лә, «ҡайһы бер декоратив деталдәрҙең копт йоғонтоһоноң асыҡ билдәләре булыуын» таныһа ла, ул шул барлыҡҡа килтерелгән нәмәләрҙең урындағы ижад емеше икәнлегенә тулыһынса инана: «ҡая сиркәүҙәр урындағы төҙөлгән прототип стиленә эйәреүен дауам итә, улар аҡсум сығышлы булыуҙарының асыҡ дәлилдәрен үҙҙәре һаҡлай»[12]
Сиркәүҙәр шулай уҡ инженер фекеренең мөһим ҡаҙанышы булып тора, улар барыһы ла ҡала урынлашҡан тау һырты түбәһенә һыу биреүсе артезиан геологик системаһын ҡулланыусы һыу менән бәйле (күп сиркәүҙәр эргәһендә ҡоҙоҡтарҙы тулыландыра)[13].
Халыҡ архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1970-се йылдарҙағы Сандро Анджелини Лалибэла тарихи торлаҡтары тураһындағы отчетында халыҡтың балсыҡ архитектураһын баһалай, шул иҫәптән традицион ер йорттары ҡылыҡһырламаларын, уларҙың һаҡланыу торошон анализдарын индерә. Уның докладында был районда табылған ике типтағы урындағы торлаҡ тасуирлана. Бер тип — ул «тукулдар» тип йөрөтөлгән төркөм, таштан һалынған һәм ғәҙәттә ике ҡаттан торған түңәрәк йорттар. Икенсеһе — "чик"тың бер ҡатлы биналары, улар түңәрәк формала, тупраҡтан һәм ситәндән төҙөлгән. Анджелиниҙың отчётына шулай уҡ Лалибэланың традицион биналары инвентары инә, һәм уларҙы ниндәй торошта булыуын баһалаусы категорияға урынлаштыра[14].
Демография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2007 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, халыҡ һаны 17 767 кеше тәшкил итә, шуларҙың 8 112 — ир-егеттәр һәм 9 255 — ҡатын-ҡыҙҙар.[15]. Үҙәк статистика агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2005 йылда ҡалала яҡынса 14 668 кеше иҫәпләнгән, шуларҙың 7049 — ир-егеттәр һәм 7619 — ҡатын-ҡыҙҙар. 1994 йылғы милли халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡалала 8484 кеше йәшәй ине, шуларҙың 3709 — ир-егеттәр һәм 4775 — ҡатын-ҡыҙҙар.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 24,5 | 24,4 | 24,7 | 25,0 | 26,2 | 26,6 | 23,1 | 22,5 | 23,2 | 23,3 | 23,3 | 23,2 | 24,1 |
Уртаса температура, °C | 15,5 | 15,7 | 16,1 | 16,9 | 17,6 | 18,0 | 17,1 | 16,4 | 16,3 | 15,0 | 14,4 | 14,4 | 16,1 |
Уртаса минимум, °C | 6,4 | 7,0 | 7,5 | 8,9 | 8,9 | 9,4 | 11,1 | 10,4 | 9,4 | 6,7 | 5,5 | 5,6 | 8,1 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 13,1 | 28,2 | 55,0 | 83,1 | 84,2 | 73,5 | 281,4 | 295,2 | 127,7 | 51,5 | 28,1 | 21,1 | 1142,1 |
Сығанаҡ: [1],[2] |
Башҡа биналары һәм ҡоролмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лалибэлала шулай уҡ аэропорт (ICAO code HALL, IATA LLI), ҙур баҙар, ике мәктәп һәм дауахана бар.
Лалибэла әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәрендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лалибэла Тананареве Дуэҙың (Due Tananarive) ғилми-фантастик «My Soul to Keep» романында «руханиҙар һәм ташта уйып яҙылған сиркәүҙәр ҡалаһы» тип телгә алына.
- Александр Власовтың «Тяжкий крест Лалибэлы» китабы Силәбелә Николай Денисенко редакцияһында донъя күрҙе[16].
Һүрәттәр галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Донъя Ҡотҡарыусы сиркәүе (Бет Медхане Алем, Bete Medhane Alem).
-
Изге Амануэль (Bete Amanuel), күрәһең, элекке батша часовняһы
-
Изге Георгий сиркәүенә ингән урында ритуал барабандары (Bete Giyorgis).
-
Бет Абба Либанос (Bete Abba Libanos).
-
Изге Мария сиркәүе (Bete Maryam).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 UNESCO World Heritage Centre. Rock-Hewn Churches, Lalibela . unesco.org. Дата обращения: 4 июль 2008. Архивировано 24 декабрь 2018 года.
- ↑ Windmuller-Luna, Kristen (September 2014), "«The Rock-hewn Churches of Lalibela»", Heilbrunn Timeline of Art History (New York: The Metropolitan Museum of Art), <http://www.metmuseum.org/toah/hd/lali/hd_lali.htm>. Проверено 27 июль 2017. 2022 йыл 16 октябрь архивланған.
- ↑ Phillipson, David (инг.)баш. Ancient Churches of Ethiopia: Fourth-fourteenth Centuries. — Yale University Press, 2009. — С. 179. — ISBN 978-0-300-14156-6.
- ↑ Перевод на английский отчёта De Castanhoso приведён в книге R.S. Whiteway, The Portuguese Expedition to Ethiopia (London: The Hakluyt Society, 1902), pp. 94-98.
- ↑ 5,0 5,1 Sihab ad-Din Ahmad bin 'Abd al-Qader, Futuh al-Habasa: The conquest of Ethiopia, translated by Paul Lester Stenhouse with annotations by Richard Pankhurst (Hollywood: Tsehai, 2003), pp. 346f.
- ↑ Sihab ad-Din Ahmad, Futuh al-Hasasa, p. 346 n. 785.
- ↑ «10 miles east of Lalibela which likewise has a colonnade of pillars cut from the mountain», Sihab ad-Din Ahmad, Futuh al-Hasasa, p. 346n. 786.
- ↑ „two of them follow, with great fidelity of detail, the tradition represented by Debra Damo as modified at Yemrahana Kristos.“ David Buxton, The Abyssinians (New York: Praeger, 1970), p. 110
- ↑ Buxton, The Abyssinians, p. 108
- ↑ «Medieval Houses of God, or Ancient Fortresses?» Archaeology (November/December, 2004), p. 10.
- ↑ Getachew Mekonnen Hasen, Wollo, Yager Dibab (Addis Ababa: Nigd Matemiya Bet, 1992), p. 24.
- ↑ Buxton, The Abysssinians, pp. 103f
- ↑ Mark Jarzombek, "Lalibela and Libanos, the King and the Hydro-Engineer of the 13th Century, " Thresholds, pp. 78-82.
- ↑ Odiaua, Ishanlosen Mission Report:Earthen architecture on the Lalibela World Heritage Site . http://whc.unesco.org/en/earthen-architecture/. UNESCO. Дата обращения: 25 июль 2014. Архивировано 28 февраль 2015 года.
- ↑ The 2007 Population and Housing Census of Ethiopia: Statistical Report for Amhara Region” . Central Statistical Agency (31 май 2010). Дата обращения: 29 сентябрь 2016. Архивировано из оригинала 19 ғинуар 2017 года. 2017 йыл 19 ғинуар архивланған.
- ↑ Тайна «Креста Лалибелы» . Дата обращения: 24 ғинуар 2015. Архивировано 28 ғинуар 2015 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- David W. Phillipson, Ancient Churches of Ethiopia (New Haven: Yale University Press, 2009). Chapter 5, «Lalibela: Eastern Complex and Beta Giyorgis»; Chapter 6, «Lalibela: Northern Complex and Conclusions»
- Sylvia Pankhurst, «Ethiopia: a cultural history» (Lalibela House, Essex, 1955). Chapter 9, «The monolithic churches of Lalibela»
- Paul B. Henze, «Layers of time: a history of Ethiopia» (Shama Books, Addis Ababa, 2004). Chapter 3: «Medieval Ethiopia: isolation and expansion»
- Hancock, Graham, Carol Beckwith & Angela Fisher, African Ark — Peoples of the Horn, Chapter I: Prayers of Stone/The Christian Highlands: Lalibela and Axum. Harvill, An Imprint of HarperCollinsPublishers, ISBN 0-00-272780-3
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Лалибела. Новый Иерусалим в Африке», документальный фильм из цикла «Мировые сокровища культуры»