Лаче дарыуханаһы
Лаче дарыуханаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 2009 |
---|---|
Дәүләт | Украина |
Административ-территориаль берәмек | Донецк |
Урынлашҡан урамы | Улица Артёма[d] |
Урын | Ворошиловский район[d] |
Төп тема | аптека[d] һәм Донецк |
Адрес | г. Донецк, дом № 5, ул. Артёма |
Тасуирлау биттәре | donetsk.wiki/places/apte…[1] |
Лаче дарыуханаһы Викимилектә |
Лаче дарыуханаһы — Донецктың иң боронғо биналарының береһе (XIX быуатта төҙөлгән), ҡалала тәүге дарыуханаларҙың береһе.
Дарыухана бинаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бина Донецктың Ворошилов районында, Артем урамындағы (элек Беренсе линия) 5-се һанлы йортта, Завод алды майҙаны янында урынлашҡан. Бина «Новороссийск таш күмер руднигы йәмғиәте дарыуханаһы» булараҡ эшләй. Арендалаусы Бельгия кешеһе Иван Иванович Лачин була, дарыухана әлеге ваҡытта уның исеме аҫтында билдәле.
-
Лаче дарыуханаһы
-
Лаче дарыуханаһы
-
Өсөнсө ҡатын өҫтәп төҙөгән ваҡытта бина
Совет осоронда бинала 1-се типография урынлаша.
2008 йылға тиклем бина иң тәүге күренештә һаҡлана һәм ике ҡатлы була, әммә 2009 йылда бинаға өсөнсө ҡат өҫтәп төҙөлә һәм заманса материалдар менән көпләнә.
Бер төрлө исемле дарыухана-музей
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шул уҡ ваҡытта 2009 йылда Ленин майҙанында урынлашҡан икенсе дарыухана үҙенә «Лаче дарыуханаһы» исемен ала һәм үҙен дарыухана-музей итеп күрһәтә башлай. Музей хәҙерге дарыухананың мөйөшөндә урынлашҡан, унда 200-гә яҡын экспонат ҡуйылған. Музейҙың бөтә экспонаттары ла Донецк өлкәһендә йыйылған һәм төбәктә фармацевтика тарихына ҡағылышлы. Экспонаттар араһында: ағас дарыухана шкафтары, штанглаздар (медикаменттарҙы һаҡлау өсөн ҡулланылған дарыу һауыттары), үлсәүҙәр, колбалар һәм башҡа фармацевтик ҡорамалдар. Экспозиция Максим Мясников тарафынан Владимир Силко һәм Виктор Хоменко менән берлектә төҙөлгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Донбасс» | |
Лаче дарыуханаһы Викимилектә |
- АРТЕМА, 5. АПТЕКА ЛАЧЕ ИВАНА ИВАНОВИЧА . Архивировано 6 декабрь 2012 года.
- Аптека-музей Лаче . Архивировано 2 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 2 сентябрь архивланған.
- В городе открыта как бы аптека И. И. Лаче . Архивировано 6 декабрь 2012 года. 2012 йыл 17 октябрь архивланған.
- История и современность одной аптеки, или О том, как донецкие фармацевты переквалифицировались в работников музея . Архивировано 6 декабрь 2012 года. 2011 йыл 20 сентябрь архивланған.
- Вторая жизнь аптеки Лаче . Архивировано 6 декабрь 2012 года. 2012 йыл 2 сентябрь архивланған.
- «Л». Гроза Ларинки бил и был осведомителем . Архивировано 6 декабрь 2012 года. 2016 йыл 8 март архивланған.
- Сайт аптеки-музея «ЛАЧЕ» . Архивировано 6 декабрь 2012 года.
- Первая аптека Юзовки на Постышева . Архивировано 6 декабрь 2012 года.
- Вторая жизнь «Аптеки Лаче» . Архивировано 6 декабрь 2012 года. 2016 йыл 6 март архивланған.
- Прогулки по Донецку " Старая Первая: Россыпь . Архивировано 30 ноябрь 2012 года.